Былтыр балаларҙың йәйге ялы башланып торған саҡта – 3 июндә Бөрө районындағы “Чайка” балалар ял базаһында волейбол сеткаһын урынлаштырған саҡта үҫмерҙәрҙең береһе уйын майҙаны эргәһендә торған флагшток мачтаһын тотоп торған таяҡты тартып сығара. Һөҙөмтәлә мачта икенсе 15 йәшлек үҫмерҙең өҫтөнә ҡолай, һәм ул алған йәрәхәттән һәләк була.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, былтыр апрелдә смена башланыр алдынан “Чайка” балалар ял базаһында йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү эштәренә бәлиғ булмағандарҙы йәлеп иткәндәр. Етмәһә, улар менән хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән. Тәжрибәһеҙ үҫмерҙәрҙе әҙерлекһеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж уҙғармайынса, белемдәрен камиллаштырмайынса эшкә ҡушалар. Бынан тыш, конструкцияларҙың һәм ҡорамалдарҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителмәгән була. Шул иҫәптән, флагшток махсус ҡоралдарҙы ғына файҙаланып һүтеү мөмкин булырлыҡ итеп нығытылмаған.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы был эш буйынса “Вояж” туризм һәм экскурсиялар балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгенең 47 йәшлек директорына һәм уның 40 йәшлек урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Ғәйепләнеүселәр ғәйебен танымаған.
Тәфтиш идаралығынан белдереүҙәренсә, енәйәт эше буйынса етерлек кимәлдә дәлилдәр йыйылған, ғәйепләү һығымтаһы раҫланған, ғәйепләнеүселәр уны алғандан һуң, эш судҡа тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ, водомствоға ҡараған учреждениеларға контролде арттырыу һәм ғәйеплеләрҙе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу маҡсатында, Бөрө район хакимиәте башлығына енәйәт ҡылыуға килтергән шарттарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә сығарылды.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.