20 майҙа Федерация Советы Рәсәйҙә һайлау үткәреү өсөн өҫтәмә формалар индерелгән өс законды бер юлы хупланы.
Уларҙың береһендә дистанцияла электрон тауыш биреүҙе үткәреү ҡарала. Тәжрибә Мәскәүҙә урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа уҙғарыласаҡ. Дистанцияла электрон һайлау граждандың ғаризаһы буйынса Мәскәү ҡалаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәренең махсус төбәк программаһын файҙаланып үткәреләсәк.
Яңы закон проекты сәйәси даирәләрҙә ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы: айырым партия вәкилдәре тауыш биреүҙең яңы формаларының һайлауҙа һәм уның һөҙөмтәләрен барлауҙа контролде тәьмин итеүенә шикләнә. Күп эксперттар, тауыш биреүҙең был ысулы ил Конституцияһы буйынса дөйөм тауыш биреүҙә лә файҙаланыла ала, тип иҫәпләй.
Хәлдәрҙең ошолай үҫеше, онлайн-тауыш биреүгә техник әҙерлек бындай һайлауҙа йәмәғәтселек күҙәтеүе мәсьәләләре Мәскәү һәм Башҡортостан эксперттарының онлайн-осрашыуында ла тикшерелде. “Яблоко” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Альберт Хөсәйенов, һайлау процедураһы күҙгә-күҙ ҡарап коронавирус инфекцияһынан зарарланған кешеләр булмаған хәлдә генә үткәрелергә мөмкин, тине.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Александр Брод иһә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Беҙ һайлауҙа дистанцияла ҡатнашыуҙың яңы формалары ҡулланылған Европанан коллегалар менән кәңәшләштек. Мәҫәлән, Польшала тауыш биреү почта аша үткәрелгән. Ә Эстонияла эш интернет аша уңышлы бара, һәм байтаҡ һайлаусылар был форманы хуплаған. Беҙҙе асыҡлыҡ, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау мәсьәләһе борсой. Әгәр Рәсәй Президенты Федерация Советы раҫлаған закондарға ҡул ҡуйһа, әлбиттә, тауыш биреүҙең яңы формаларында шәхсән мәғлүмәттәргә контроль һәм уларҙы яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы менән эшләйәсәкбеҙ”.
Мәскәүҙән “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының башҡарма директоры Алена Булгакова, дистанцияла тауыш биреү тәү сиратта һайлау кампаниялары ваҡытында файҙаланыласаҡ, һәм ул ил Конституцияһы буйынса үткәрелергә тейешле тауыш биреүгә ҡағылмаясаҡ, тип белдерҙе. “Был формалар дәүләтебеҙ өсөн яңы түгел. 2011 йылда Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышына почта аша тауыш биреү тәжрибәһе булғайны. Бындай тәжрибә шулай уҡ Свердловск һәм Ярославль өлкәләрендә үткәрелде. Биш төбәктең закондарында почта аша тауыш биреү мөмкинлеге нығытылған. Эште дистанцияла башҡарыуға килгәндә, йәмәғәт контроле өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыр кәрәк. Мәҫәлән, тауыш биреүҙе ойоштороусылар менән күҙәтеүселәр өсөн программаға инеү асҡысы. Һөҙөмтәлә уларҙың барыһы ла тауыш биреү процесында теге йәки был граждандың системала ниндәй мәғлүмәттәр ҡалдырғанын күрә аласаҡ. Көстәрҙе берләштереү һәм эш барышына йәмәғәт контроле булдырыу өсөн әле булған мөмкинлектәргә өҫтәмәләр мөһим”.
Ил Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм тауыш биреүҙе үткәреү көнө һәм рәүеше аҙағына тиклем асыҡланмаған. Быға тиклем ҡайһы бер федераль мәғлүмәт агентлыҡтары процедураның 24 июндә йәки 8 июлдә үткәрелеү ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйне.