Халыҡ ярһыған: көс менән баҫып алырға ла әҙер

Саҡырылмаған ҡунаҡтар үҙҙәре күңел асып ҡына ҡалмай, ә балаларҙы уйнауҙан да мәхрүм итә.

Өфө районының Алексеевка ауылында күп фатирлы йортта йәшәгән халыҡ подвалда урынлашҡан хостелға ҡаршы көрәшеүҙе дауам итә. Эш хатта дөйөм ятаҡты ҡамауға алыуға тиклем барып еткән.
Бындай низағ килеп тыуыуында хостелда йәшәгән кешеләрҙең дә ғәйебе бар. Мәҫәлән, оло йәштәге ир балалар бәүелсәгендә бәүелә, үҙенең битлеге лә, бирсәткәһе лә юҡ. Был иһә йортта торған төп халыҡта “саҡырылмаған ҡунаҡтар үҙҙәре күңел асып ҡына ҡалмай, ә балаларҙы уйнауҙан да мәхрүм итә” тигән ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. “Эсәләр, һүгенәләр, ҡысҡыралар. Түҙеп торғоһоҙ!” – ти Татьяна Данилова.
Мәғлүм булыуынса, күп фатирлы йорттоң подвалында хостел асҡандар, бындай күршеләргә риза булмаған халыҡ инде бер нисә ай даулаша, тик әлегә еңеү хостел яғында ҡала. Күп фатирлы йорт хужалар шартлар сиккә еткән, улар уны көс менән баҫып алырға ла әҙер.
Был хәл менән танышырға барған журналистарҙы һәм депутаттарҙы хостелдә Яков Хаджиев тигән ир ҡаршы ала. Ул подвалда һыу һәм башҡа уңайлыҡтарға ғәҙел иҫәпләшеп барыуҙарын иҫбатлап, иҫәп приборҙарын күрһәтә. Тик халыҡ бының менән генә риза түгел, төрлө инстанцияларҙы йәлеп итеп, хостелде яптырырға йыйына.
Бинаны тикшергәндә унда бер нисә кеше торғаны асыҡлана – хостел билдәле йәшәү урыны булмағандар өсөн төйәккә әйләнгән. Әле унда ун кеше тора. Администратор әйтеүенсә, көндөҙ улар эшләй, ә кисен тик йоҡларға ғына ҡайта.
– Был объектты тикшерҙек, беҙгә торлаҡ хужаларының ҡарашы мөһим. Беҙ йортта йәшәгәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлаясаҡбыҙ, сөнки битараф ҡала алмайбыҙ, – тип белдерҙе Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Саматов.
Фото: скриншот.
Читайте нас