Ҡаҙаныштар ҡануни нигеҙ алды

1978 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ы туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советының VII сираттан тыш сессияһы республиканың өсөнсө Конституцияһын ҡабул итте. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәте нимәлә һәм ошо документ Башҡортостандың артабанғы үҫешендә ниндәй роль уйнаны?

1978 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ы туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советының VII сираттан тыш сессияһы республиканың өсөнсө Конституцияһын ҡабул итте. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәте нимәлә һәм ошо документ Башҡортостандың артабанғы үҫешендә ниндәй роль уйнаны?


Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Советтар Союзында, КПСС етәкселеге белдереүенсә, үҫешкән социализм төҙөү тамамланды, пролетариат диктатураһы дәүләте хеҙмәтсәндәрҙең дөйөм халыҡ социалистик дәүләтенә әүерелде. Ил коммунизм төҙөүҙең ғәмәли бурыстарын тормошҡа ашыра башлау алдында тора ине.
Яңы бурыстар СССР-ҙың яңы Конституцияһын әҙерләү һәм ҡабул итеү талабын да ҡуйҙы, сөн­ки совет йәмғиәтенең яңы ҡаҙа­ныштарын ҡануни нигеҙҙә нығы­тыу зарур ине. Шуға күрә илдең Төп законы проекты әҙерләнде һәм 1977 йылдың 7 октябрендә Советтар Союзының яңы Консти­туцияһы ҡабул ителде, ә киләһе йылдың 12 апрелендә РСФСР-ҙың туғыҙынсы саҡы­рылыш Юғары Советының сираттан тыш сессияһы Рәсәй Совет Федератив Социалис­тик Респуб­лика­һының яңы Конституцияһы өсөн тауыш бирҙе.
1977 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республика Консти­туцияһы проектын әҙерләү буйынса комиссия төҙөнө, был проектты хеҙмәт коллективтарында киң тикшереү ойошторолдо. 1978 йылдың 29-30 майында респуб­ликаның туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советының сираттан тыш сессияһында депутаттар тәүҙә Төп закондың инеш өлөшө өсөн тауыш бирҙе, артабан уның ун киҫәге һәр береһе айырым һәм һуңынан – йомғаҡлау өлөшө, иң аҙаҡта проект үҙе тотошлайы менән көн тәртибенә ҡуйылды. Депутаттар уларҙы бер тауыштан хупланы. Элекке Консти­туцияларҙан айырмалы, был юлы республиканың Төп законын РСФСР Юғары Советында раҫлау талап ителмәй ине.
Башҡорт АССР-ының 1978 йыл­ғы Конституцияһының элекке­ләренән айырмаһы нимәлә?
Яңы Төп закон инеш өлөштән, 161 статьянан, 16 бүлектән һәм 10 киҫәктән тора. Был юлы документта, СССР һәм РСФСР Конституцияларынан айырмалы, тышҡы сәйәсәткә арналған бүлектәр юҡ. Дәүләт орган­дарының, йәмәғәт ойошмаларының, вазифалы кеше­ләрҙең һәм граждан­дарҙың илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм уның оборона һәләтен нығытыу буйынса йөкләмәләре артабан Советтар Союзы ҡануниәте менән билдәләнә, ә Башҡорт АССР-ына илдең оборона һәләтен тәьмин итеүҙә ҡатнашыу һәм СССР Ҡораллы Көстәрен бөтә кәрәк нәмә менән тәьмин итеү бурысы ҡуйыла.
Сәйәсәткә бағышланған бүлектә КПСС-тың роле билдәләнә: “Советтар Союзының Коммунистар партияһы совет йәмғиәтенең етәкләүсе һәм йү­нәл­теүсе көсө, уның сәйәси система­һының, дәүләт һәм йәмәғәтселек ойошмаларының йәҙрәһе булып тора”.
Конституцияның икенсе бүлеге иҡтисади системаға арнал­ған һәм туғыҙ статьянан тора. Бында социалистик милек, шулай уҡ профсоюздар һәм башҡа йәмәғәтселек ойошмаларының милке тура­һындағы ҡануни яҙмалар өҫтәлгән. “Дәүләт һәм шәхес” тип аталған киҫәктә, элекке Конститу­ция­ларҙан айырмалы, граждандарға яңы хоҡуҡтар гарантиялана: тор­лаҡҡа, мәҙә­ниәт ҡаҙаныш­тарынан файҙала­ныуға, ғаиләне яҡлауға, намыҫты һәм выжданды суд аша аҡла­тыуға, шәхси иреккә һәм мөл­кәткә, дәүләт килтергән зыянды ҡаплатыуға һәм башҡа хоҡуҡтар.
1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителде һәм 1978 йылғы Төп закон үҙенең көсөн юғалтты.
Читайте нас