Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Июня 2020, 07:58

Төҙәтмәләр илебеҙ үҫеше өсөн мөһим

1 июлдә Конституция өсөн тауыш бирәсәкбеҙ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙең 1 июлдә үтәсәге тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо уңайҙан 1 июль ял көнө итеп иғлан ителде.


Мәғлүм булыуынса, сара 22 апрелдә уҙғарылырға тейеш ине, әммә, илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, уның ваҡыты алға күсерелде. “Конститу­цияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү ваҡытын төп өҫтөнлөккә – граждандарыбыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлауға бәйле күсерҙек. Ошонан да мөһим нәмә юҡ”, – тип белдерҙе Владимир Путин.


“Төп закондың параметрын билдә­ләгәндә, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә Рәсәй граждандары әүҙем ҡатнашыр тип ышанам”, – тине ил етәксеһе.


Әйткәндәй, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреү маҡсатында “ҡыҙыу линия” асты. 3 июндән 3 июлгә тиклем мөһим сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.


“Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:


Эш көндәрендә – 10.00 – 13.00, 14.00 – 20.00 сәғәттәрҙә.


Ял көндәрендә – 10.00 – 14.00 сәғәттә.


Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙә ҡатна­шыу­сыларҙың Конституцияға тө­ҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә ҡағылышлы һорау­ҙарына яуап биреү маҡсатында ике көнгә иҫәпләнгән “ҡыҙыу линия” асты.

24 июндә – 16.00 – 20.00 сәғәттә,


2 июлдә – 10.00 – 14.00 сәғәттә,


3 июлдә – 10.00 – 14.00 сәғәттә.


Һорауҙарға Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә булған ағзалары һәм комиссия хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.


Валех АББАСОВ, “Граждандар контроле” ассо­циа­цияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:

– Беҙҙә референдум – халыҡ власы институты. Әле Президент яңыһын тәҡдим итте – Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө. Айырма шунда: референдумда граждандарҙың 50 процентынан күберәге килеп, “эйе” тип әйтергә тейеш, ә Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһы ҡатнашыусылар һанына бәйле түгел.
Александр ДЕГТЯРЕВ, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, иҡтисад фәндәре докторы:

– Әлеге сараны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки ул төҙәтмәләр илебеҙҙең үҫеше өсөн мөһим. Тәҡдим ителгән нигеҙле үҙгәрештәр дәүләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләй. Улар алдағы үҫеште билдәләгән күп нормаларҙан тора.
Дөйөм дәүләт ҡоролошон, айырып әйткәндә, халыҡ-ара хоҡуҡи киңлектә дәүләт мәнфәғәтен яҡлай. Үҙгәрештәр кешегә мөһим булған ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләренә, социаль ҡарашҡа ла ҡағыла.
Читайте нас