Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы граждандарҙың Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап биреү маҡсатында “ҡыҙыу линия” ойошторҙо.
Был аралашыу 4 июндән 3 июлгә тиклем барасаҡ, мөһим сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
“Ҡыҙыу линия”ның эшләү ваҡыты:
эш көндәрендә – 10.00 - 13.00, 14.00 - 20.00 сәғәттәрҙә;
ял көндәрендә – 10.00 - 14.00 сәғәттә;
24 июндә – 16.00 - 20.00 сәғәттә;
2 июлдә – 10.00 – 14.00 сәғәттә;
3 июлдә – 10.00 – 14.00 сәғәттә.
Һорауҙарға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм комиссия Аппараты хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.
Фото Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.