Нефтекама ҡалаһында законһыҙ рәүештә ҡомарлы уйындарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән шөғөлләнгән енәйәтселәр төркөмөнөң эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Республика буйынса Тәфтиш идаралығы Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының оператив эҙәрлекләү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе буйынса “ҡомарлы уйындарҙы законһыҙ ойоштороу һәм үткәреү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
2018 йылдың май айынан алып бөгөнгәсә биш кешенән торған енәйәт төркөмө Нефтекама ҡалаһында ҡомарлы уйындар ойоштороу менән шөғөлләнгән. Ошо маҡсатта улар күп фатирлы йортта бинаны ҡуртымға алып, уйындар үткәреүгә булышлыҡ иткән махсус программа ҡуйылған 15 компьютерҙы урынлаштыра. Енәйәт төркөмөн ике ир ойоштора, улар үҙҙәренә ярҙамға йәнә ике кешене – һаҡсы менән кассир ҡатынды ала. Уйын клубын йәшереү өсөн букмекер контораһы аҫтында эшмәкәрлек алып баралар.
Махсус операция барышында уйын клубы ябыла, ҡорамалдары тартып алына. Енәйәт төркөмөн ойоштороусылар ҡулға алынған.
Закон буйынса республикала ҡомарлы уйындар ойоштороу тыйыла, әммә еңел табыш килтергән эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәр әле лә табылып тора. Ошондай оператив сараларҙы йышыраҡ үткәреү күҙаллана.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.