Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Июня 2020, 08:00

Банда башында – йәш көрәшсе

Типһә тимер өҙөрҙәй спортсылар ҡырын юлға яйлашып алып, ҡорбандарын ҡала ситенә сығарып, уларҙы юҡ итеү, язалау менән ҡурҡыта, аҡсаларын талай...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында полицейскийҙар 2018 йылдан алып кеше талау менән шөғөлләнгән дүрт спортсыны ҡулға алған.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был оятһыҙ егеттәрҙең ҡырын эштәре бихисап. Мәҫәлән, улар медицина практикаһы менән шөғөлләнгән кешенең ҡорамалын тартып ала һәм кире ҡайтарған өсөн ҙур суммала аҡса талап итә.
Кеше талап тиҙ генә байығырға теләгән “квартет” бер эшҡыуарға кемдеңдер дүрт миллион һум бурыслы икәнен белеп, теге бурыслыға барып, ҡорал менән янап, үҙҙәре өсөн аҡса талап итә...
Типһә тимер өҙөрҙәй спортсылар ҡырын юлға яйлашып алып, ҡорбандарын ҡала ситенә сығарып, уларҙы юҡ итеү, язалау менән ҡурҡыта, аҡсаларын талай. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, банда башында бығаса хөкөмгә тарттырылмаған, көрәш менән шөғөлләнгән 24 йәшлек спортсы тора. Кеше талаусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тентеү ваҡытында бысаҡ, патрондар, граната, бурыс түләү распискалары, күсемһеҙ милеккә документтар табылған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре алдында ҙур тикшереү эштәре тора.
Фото: Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас