Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Июня 2020, 08:30

Район халҡы яңы депутат һайлаясаҡ

Ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғариза, тейешле документтар 17 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 35-се бер мандатлы Металлургтар округы буйынса депутаты Иван Лавренов, 28 майҙа Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүенә бәйле, ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалды.
Хәҙер район халҡына яңы депутат һайлау бурысы тора. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе был урынға үҙ кандидатын тәҡдим итеү йәһәтенән алдан тауыш биреү уҙғарасаҡ. Унда ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғаризаны, тейешле документтарҙы 17 июнгә тиклем ҡабул итәләр. Тәртибе һәм формаһы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайтында танышырға мөмкин. Документтар Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса 315-се кабинетта ҡабул ителә.
Билдәле булыуынса, быйыл Берҙәм тауыш биреү 13 сентябрҙә уҙа. Нәҡ ошо көндә 35-се бер мандатлы округ буйынса республика парламентына депутат һайланасаҡ. Шулай уҡ быйыл Башҡортостанда урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлана. Дөйөм алғанда, был эште ете ҡала округында, 54 муниципаль районда, 10 ҡала һәм 41 ауыл биләмәһендә уҙғарыу ҡаралған. Вәкәләтле органдарға депутат һайлау буйынса 112 төп һайлау кампанияһы үтәсәк. Был сарала кандидаттар 1690 депутат мандаты өсөн дәғүә итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы был һайлауға әҙерлекте башланы ла инде. Мәҫәлән, 25 - 31 майҙа алдан тауыш биреү үткәреп, көҙ уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашыуға 1700 самаһы кандидатты билдәләгәндәр.
Фото: vk.com
Читайте нас