Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коррупцияға ҡаршы күпме генә көрәшмәһендәр, уның алдына сыға алмайҙар. Әленән-әле чиновниктарҙың ҙур күләмдә аҡса алыуы тураһында яңылыҡтар ишетеп, “Ә осо булырмы һуң?” тигән һорау тыуа.
Өс миллион һум ришүәт алған саҡта ҡулға алынған чиновникка - Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты Иҡтисад үҫеш департаментының элекке директорына ошо көндәрҙә хөкүм сығарылды. Ул “айырыуса ҙур күләмдә мутлашырға тырышыу” статьяһы буйынса ғәйепләнә ине.
Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул суд барышында ғәйебен таныған. 39 йәшлек ир өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ уға 200 мең һум штраф һалынды, бер йыл дәүләт власы органдарында вазифа биләү тыйылды.