Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе төбәк советы президиумының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Республика етәксеһе партия әүҙемселәренә коронавирус эпидемияһы осорондағы һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Был осорҙа партия, ысынлап та, үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтте. Битараф булмаған кешеләрҙең осоро булды был. Һеҙҙең эшегеҙ һөҙөмтәһендә “Берҙәм Рәсәй” мохтаждарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороуҙа иң мөһим үҙәктәрҙең береһенә әүерелде. Беҙҙең партия күп кешеләргә ярҙам итте, - тине Радий Хәбиров. - Бының өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт! Эйе, коронавирус менән беҙгә әле оҙаҡ көрәшергә тура киләсәк. Әммә беҙ беренсе этапты үттек. Унан партия лайыҡлы сыҡты – сынығып, ойошҡан рәүештә һәм яңы еңеүҙәргә әҙерләнеп.
Республика етәксеһе яҡын көндәрҙә мөһим сәйәси ваҡиға – Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү уҙыуын иҫкә төшөрҙө.
- Беҙ был үҙгәрештәр оҙаҡ йылдарға илебеҙҙең үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк тип иҫәпләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров һәм ирекмәндәр алдында торған бурыстарға туҡталды. - Халыҡ үҙенең теләген белдереү менән бергә сирҙең таралыуын иҫкәртеү талабы ҡуйылды.
Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡовҡа партия билеты тапшырҙы, журналистар конкурсында еңеүселәрҙе наградланы. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.