Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Июнь 2020, 19:45

Игорь Комаров кәңәшмә үткәрҙе

Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә әҙерлек нисек бара?

23 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен үткәреүгә әҙерлекте тикшереүгә арналған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тауыш биреү урындарында хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм санитария-эпидемиология хеҙмәттәренең күрһәтмәһен үтәү, ҙур һайлау участкаларын видеотеркәү камералары менән йыһазландырыу, төбәк йәмәғәт палаталары тарафынан күҙәтеүселәр корпусын әҙерләү мәсьәләләре, “ҡыҙыу элемтә”ләр эшен ойоштороу буйынса фекер алышты.
Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, граждандар 25 июндән үк тауыш бирә ала, һәм тауыш бирергә теләгән һәр кешенең быны ҡайҙа һәм нисек эшләү мөмкинлеген белеүе мөһим.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас