Өфөлә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә, шулай уҡ баш ҡалаға “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” маҡтаулы исемен юллау өсөн ҡултамғалар ҙа йыйыла.
Өфөнөң почетлы граждандары тауыш биреүҙә айырыуса әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, ҡаланың 3-сө гимназияһында урынлашҡан 107-се һайлау участкаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова гражданлыҡ бурысын үтәне. Журналистар менән аралашҡанда ул тауыш биреү участкаһында ойоштороу кимәленең юғары булыуын, барлыҡ санитар хәүефһеҙлек сараларының күҙәтелеүен билдәләне.
"Беҙ бөгөн илебеҙҙең, тимәк, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ. Һәр төҙәтмә – үҙебеҙ өсөн, Рәсәйҙә йәшәгән һәм йәшәйәсәк кешеләр өсөн. Шуға ла улар мөһим. Гражданлыҡ бурысыбыҙҙы атҡарып, беҙ илебеҙҙең киләсәген яҙабыҙ", – тине депутат.
Ҡаланың 39-сы гимназияһында урынлашҡан 171-се һайлау участкаһында билдәле шағир һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр тауыш бирҙе.
"Өфө “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән юғары исемгә, һис шикһеҙ, лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баш ҡалабыҙ халҡы Еңеүгә өлөш индереүгә бөтә көсөн һалған", – тине Рәшит Шәкүр.
Шулай уҡ бөгөнгө тауыш биреүҙә Өфөнөң почетлы граждандары Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева һәм Леонора Ҡыуатова ихлас ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, тауыш биреү 1 июлгә тиклем дауам итә. Участка һайлау комиссиялары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бынан тыш, тауыш биреү участкаларында, Өфө ҡалаһы тарихы музейында (эш ваҡыты 10.00 – 19.30 сәғәт, дүшәмбе – ял көнө) Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем биреүҙе хуплаған ҡултамғалар йыйыу дауам итә.
“Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеме Өфө алдында фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән, уның файҙаһына, именлегенә, сәскә атыуына йүнәлтелгән эшмәкәрлек өсөн бирелә. Был титул Өфөлә тыуғандарға ғына түгел, шулаҡ уҡ Рәсәй һәм сит ил граждандарына ла тапшырыла. Ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандарға диплом, билдә һәм танытма бирелә.
Өфө ҡалаһының почетлы граждандары ҡала Советы һәм хакимиәте ойошторған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашыу, шулай уҡ урындағы үҙидара органдары, муниципаль предприятиеларға, ойошма-учреждениеларға сираттан тыш ҡабул ителеү хоҡуғына эйә. Уларға йыл һайын ҡала бюджеты иҫәбенә Өфө биләмәһендә дәүләт һәм муниципаль пассажирҙар транспортында йөрөү билеттары бирелә, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙән азат ителәләр.
“Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеме 1969 йылдан бирле Совет тарафынан тапшырыла. Ошо йылдарҙа уға 44 кеше лайыҡ булған, әле маҡтаулы исемлеләр иҫәбе - 18.
Фотолар Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.