Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июля 2020, 16:50

Әүҙемлектең нигеҙе – төҙәтмәләрҙең көнүҙәк булыуында

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов үҙ ҡарашын белдерҙе.

Тауыш биреүҙең әүҙем барыуы тәү сиратта Конституцияға индерергә тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең көнүҙәк һәм һәр граждан өсөн шәхсән мөһим булыуына бәйле.
Бындай фекерҙе Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов белдерҙе.
"Ватанды һаҡлау, һәр кешене социаль яҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен яҡлау – был төҙәтмәләрҙең ҙур булмаған ғына өлөшө. Тик улар ҙа үҙгәрештәрҙең Төп Закон кимәленә күтәрелгән шәхсән әһәмиәтен күрһәтә. Тап ошолар юғары әүҙемлекте тәьмин итте лә инде", – ти Әлфис Суфиян улы.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас