Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июль 2020, 21:00

Әхмәтйән олатай өсөн – икеләтә байрам!

Комиссия ағзалары Әхмәтйән Рәхим улын 100 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотланы.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтйән Рәхим улы Кәримов өсөн бөгөн икеләтә байрам – аҡһаҡалға 100 йәш тулды, шулай уҡ ул Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү кеүек оло тарихи ваҡиғала ҡатнаша.
“Мораҡ ауылының 2415-се һайлау участкаһы ағзалары ветеранға өйҙә тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙырып, ул йәшәгән йортҡа барҙы. Әхмәтйән Рәхим улын 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, сәскә бүләк иттеләр. Ветеран иһә тыныс, һаулығы өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа бөгөнгө сараға үҙ ҡарашын белдерҙе”, – тип яҙа “Күгәрсен хәбәрҙәре” гәзите.
Фото 2415-се участкаһынан.
Читайте нас: