Башҡортостан
+22 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июль 2020, 00:50

Төркиәләге ватандаштарыбыҙ ҙа тауыш бирҙе

"40 градус эҫе тороуға ҡарамаҫтан, 150 саҡрым ара үтеп, ҙур теләк һәм дәрт менән барҙыҡ".

Антальялағы Рәсәй Федерацияһының Генераль консуллығында Төркиәлә йәшәгән ватандаштарыбыҙ Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ул илселек вәкиллеге бинаһында уҙҙы. Антальяла йәшәгән Рәсәй граждандары өсөн бушлай автобус та ойошторолған.
Сығышы менән Башҡортостан булған Наил Сәйфуллин “Башинформ” агентлығына һөйләүенсә, тауыш биреүгә ҡатыны менән килгән.
"Беҙ сығышыбыҙ менән Башҡортостандан булған, Төркиәлә йәшәгән өс ғаилә (алты кеше) тауыш бирҙек, Мәхмүттәр төбәгенән – Аланиянан бөтәһе 15 кеше. 40 градус эҫе тороуға ҡарамаҫтан, кешеләр 150 саҡрым араны үтеп, ҙур теләк һәм дәрт менән тауыш бирергә барҙыҡ. Бөйөк илебеҙҙең яҙмышын хәл иткән бындай саранан ситтә ҡала алманыҡ. Бөтә нәмә лә ситтән күренә һәм мин, беҙҙең Рәсәй яңы Конституцияға лайыҡлы, һәм уның дәүләтселеген, бойондороҡһоҙлоғон, лайыҡлы ҡартлыҡты, пенсияны тәьмин итеүгә, социаль гарантияларға ышанырға тейешбеҙ", – тине Наил Сәйфуллин.
Наил Сәйфуллин фотолары.
Читайте нас в