Башҡортостан Прокуратураһы граждандарҙың дарыуҙар һәм медицина изделиелары менән льготалы тәьмин итеүгә хоҡуҡтарын күҙәтеү даирәһендә тикшереү үткәргән. Тикшереү барышында 130-ҙан ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланған.
Калинин районында хроник сирле инвалид бала льготалы дарыу алыуҙан мәхрүм ҡалған.
Эш шунда, йәшәү өсөн был бик мөһим препараттар Рәсәйҙә теркәлмәгән. Калинин районы прокуратураһы баланың дарыуҙарға хоҡуғын тергеҙергә ярҙам иткән.
Туймазы район-ара прокуратураһына суд тәртибендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан инвалид баланы тейешле ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе талап итергә тура килгән.
Дарыуханаларҙа үткәрелгән тикшереүҙәр ҙә ҡайһы бер закон боҙоуҙарҙы асыҡлаған.
Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһында прокуратура белемһеҙ ике фармацевты эшенән алдырған. Благовар районында дарыухана лицензияһыҙ эшләгән. Һөҙөмтәлә 54 вазифалы кеше дисциплинар, өс етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, судҡа 16 дәғүә ғаризаһы ебәрелгән.
Фото:Прокуратура матбуғат хеҙмәте.