Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Августа 2020, 07:35

Чиновник енәйәт өҫтөндә тотолған

45 йәшлек бүлек начальнигы нимәлә ғәйепләнә?

Өфө ҡалаһының Октябрьский районы буйынса тәфтиш бүлеге "Спецавтохозяйство" муниципаль унитар предприятиеһының матди техник тәьминәт бүлегенең элекке начальнигына ҡарата енәйәт эшен тикшереү тамамланы, етәксе "үҙ хеҙмәт вәкәләтен файҙаланып мутлашыу, уны эшләргә йыйыныуҙа" ғәйепләнә.
Тәфтиш органы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, былтыр яҙ 45 йәшлек ир танышы булған эшҡыуарға "Спецавтохозяйство" предприятиеһының кредитор бурысын ҡапларға ярҙам итергә тәҡдим яһай. Ғәмәлдә, был предприятие менән үҙе һәм улы идара иткән була. Алмашҡа ошо аҡсаның өлөшөн предприятие етәкселәренә тапшырыу өсөн биреүҙәрен һорай. Ысынында иһә уның үҙенең иҫәптәрҙе һәм түләүҙәрҙе тиҙләтеү вәкәләттәре булған. Үҙенең хеҙмәт вазифаһын файҙаланып, бурыс өлөшөнөң ҡасан күсерелеүен белеп, ошо хаҡта эшҡыуарға үҙенең эше тип күрһәтә.
Алдыҡ ҡорбандары булған эшҡыуарҙар ғәйепләнеүсегә 120 мең бирә. Аҙаҡ эштең айышына төшкәс, Федераль именлек хеҙмәтенә хәбәр итә.
Оператив-эҙләү сара барышында чиновник сираттағы аҡсаны алған саҡта ҡулға алына. Енәйәт эшен тикшереү барышында был ир ғәйебен танымаған.
Әле енәйәт эше буйынса етерлек кимәлдә иҫбатлау дәлилдәре йыйылған, эш судҡа тапшырылған.
Бына шулай, ҡайһы бер чиновниктар үҙен донъя тотҡаһы итеп тоя, төрлө юлдарын табып ришүәт алырға һис тә тартынмай.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас