Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Сентябрь 2020, 09:30

Бөйөк дәүләт һәләкәте

Хеҙмәтебеҙ маяҡ буласаҡ.

Күренекле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре һәм ғалим Зөфәр ЙӘНЕКӘЙЕВ Башҡортостан парламентына алты тапҡыр депутат булып һайланған, 1996 – 2000 йылдарҙа Европа Советында (Франция – Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле булған, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы һәм халыҡ-ара сәйәсәт уртаһында үҙе ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы, Башҡортостандың хоҡуҡи һәм сәйәси йөҙөн үҙгәрткән закондарҙы әҙерләүе һәм уларҙы республика парламенты – Башҡортостандың Юғары Советы (1990–1995), Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (1995 – 2015) аша ҡабул ителеүгә өлгәшеүе тураһында “Быуаттарҙан-быуатҡа” тигән китабында бәйән итә. Халҡыбыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы өсөн бөгөнгө көн һәм киләсәк өсөн бик актуаль, әһәмиәтле проблемаларҙы күтәрә.


Китаптың ҡайһы бер бүлектәре “Ватандаш” журналының 7-се һанынан нәшер ителә башланы. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар өсөн махсус әҙерләнгән 1991 йылда Советтар иленең тарҡалыуына арналған яҙмаларҙы тәҡдим итәбеҙ.


Тулыраҡ вариант “Ватандаш” журналында баҫыласаҡ.


Хәүефле осор тыуғас...


1991 йылдың 19 авгусында Башҡортостан Союз договорына ҡултамға ҡуйырға барыу өсөн делегация әҙерләгәйне. Делегация составында мин дә булдым.


19 августа таңдан М.Ғ. Рәхимов Мәскәүгә осто, ә мин 12-ләге рейс менән юлланырға тейеш инем. Юл алдынан бөҙрәханаға сәс алдырырға барҙым. Телевизорҙан балет күрһәтәләр. Ҡапыл яңылыҡтар башланып китте, һәм М.С. Горбачев үҙ вазифаһынан баш тартҡан, илгә идара итергә ГКЧП1 төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр. Шул минутта сәстәрем үрә торҙо. Мастер хатта аптырап минән: “Һеҙгә ни булды, сәстәрегеҙ ҡуҙғала башланы?” – тип һораны.


ГКЧП төҙөү Союз договорына ҡул ҡуйҙыртмаҫ өсөн булдырылған бер сара икәнлеге аяҙ көн кеүек асыҡ ине. Шулай уҡ беренселәрҙән булып Рәхимов менән мине ҡулға алыуҙарының мөмкинлеге, юҡ итеүҙәренең ихтималлығы башымдан үтте. Ғаилә генә иҫән ҡалһын, тип Аллаһ Тәғәләнән һораным.


Мәскәүҙә мине ҡаршы алырға аэропортҡа машина килһә лә, электричка менән барырға булдым, сөнки илгә идара итеүҙәге “хәрби түңкәрелеште” – “военный переворотты” КГБ һәм МВД етәкселәре Крючков, Пуго хәрбиҙәр менән бергәләп ойошторғайны. Ә уларға Договор төҙөүселәрҙең ҡасан ҡул­тамға ҡуйырға килере һәм уларҙы Кремль автогаражынан ниндәй машина ҡаршы алыры, ғөмүмән, барлыҡ мәғлүмәттәр билдәле ине. Мин, ГКЧП етәкселәре Союз договоры төҙөгән тулы хоҡуҡлы вәкилдәрҙе ҡулға аласаҡтар, тип фекер йөрөттөм, сөнки ГКЧП ҡабул иткән документтар бының өсөн шикләнмәҫлек дәлилдәр бирҙе. Улар республикаларҙы союздаш һәм автономиялы тип бүлгесләп ҡарарҙар сығара башланы. Тимәк, беҙҙең республикаларҙың тиң хоҡуҡлылығы өсөн көрәш юҡҡа сыҡты...


Беҙҙе ҡулға алыуҙары ихтимал, тигән фаразым бушҡа булманы. Һуңынан Башҡортостандың КГБ етәксеһе, генерал-майор В.А. Поделякиндың2 әйтеүе буйынса, урындағы КГБ хеҙмәткәрҙәренә ышаныу белдермәгәндәр, шуға күрә Свердловск ҡалаһындағы Урал хәрби округына КГБ-ның хәрби махсус бүлегенә, М.Ғ. Рәхимов менән мине ҡулға алырға һәм юҡ итергә, тигән күрһәтмә булған. Бәхеткә күрә, ГКЧП-ның ике-өс көн эсендә бөтөрөлөүе һөҙөмтәһендә беҙ имен ҡалдыҡ.


Төштән һуң бөтә Мәскәү халҡы ГКЧП-ға ҡаршы лозунгтар менән сыҡты. Иң ныҡ иғтибарҙы йәлеп иткәне – йәштәрҙең дәүләт символдары – ураҡ менән сүкеш ҡырҡып алынған ҡыҙыл байраҡтар күтәреп сығыуы. Киске сәғәт 10-11 тирәһендә КГБ эргәһендә Дзержинскийға ҡуйылған һәйкәлде алыуҙа­рына шаһит булдым.


Сәйәсәт майҙанында


Союз договоры өҫтөндә ныҡлап эшләү 1990 йылдың ноябрь айынан 1991 йылдың март айына тиклем дауам итте. Һәр республиканан икешәр вәкил ҡатнашты: береһе – парламенттан, икенсеһе – башҡарма влас­тан. Республика Хөкүмәте исеменән Х. Барлыбаев (шул ваҡытта ул иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй ине), ә Юғары Советтан мине ебәрҙеләр. Шулай итеп, беҙ – Баймаҡтан ике егет республиканың киләсәген хәл итеү, билдәләү кеүек бик яуап­лы миссия менән Мәскәүҙә Горбачевтың командаһында эшләнек.


Рәсәй Федерацияһы исеменән Премьер-министр урынбаҫары С.М. Шахрай һәм Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының Милли палатаһы рәйесе Р.Ғ. Абдулатипов ҡатнашты. Морозовкала – Сталиндың элекке дачаларының береһендә бер нисә ай йәшәп, шунда Договор өҫтөндә эшләнек. Әлбиттә, беҙҙең төп маҡсат – Башҡортостан Республикаһының башҡа союздаш республикалар менән бер рәттән ҡул ҡуйыуы. Беҙ бик йылдам эшләнек, күп кенә бәхәс булды. Эш башлар алдынан М.С. Горбачев беҙҙең менән осрашып фатиха бирҙе. Б.Н. Ельцин беҙҙең менән осрашыуға килмәне. Ул ваҡытта РСФСР Юғары Советында эшләгән урынбаҫары Р.И. Хасбулатовты ебәрҙе. Әле һаман да иҫемдә беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ. Уның трубка тартып, Сталиндың ҡыланыштарын үҙ итергә маташыуы бик ҡыҙыҡлы тойолдо.


1991–1992 йылдарҙа илдә сәйәси хәлдәр бик тә ҡатмарлы булды. Бер яҡтан, Мәскәүҙә нәшер ителгән гәзиттәрҙә (“Советская Россия”, “День”, “Литературная газета”) ил Президенты М.С. Горбачевҡа, уның сәйәсәтенә – Союз договоры төҙөүгә ҡаршы кампания алып барылды.


Ә Союз договорын әҙерләгәндә ике ҡапма-ҡаршы позиция бер-береһенә бәрелеште. Беренсе позиция – РСФСР-ҙың етәксеһенең һәм делегацияһының төп сәйәси линияһы: автономиялы республикаларҙың суверенитетын инҡар итеп, уларҙы өлкә, крайҙар менән бер рәткә ҡуйып, иң элек Федератив договор төҙөгәндән һуң ғына Союз договорында ҡатнашырға. Ул, әлбиттә, элекке автономиялы республикаларҙың киләсәктә уларҙың үҙаллылығын – суверенитетын юғалтыуға йүнәлтелгән сәйәсәт ине. Икенсе позиция – Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа республикалар Мәскәү хакимлығынан китергә тырышты. Балтик буйы илдәре, Азербайжан, Грузия, Әрмәнстан үҙҙәрен мөстәҡил-бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ иғлан итеп, был процеста, ғөмүмән, ҡатнашманы. Башҡортостанда ла сәйәси хәлдәр бик киҫкен булды. Өфө ҡала Советы депутаттары республика етәкселегенә һәм Башҡортостан Юғары Советы алып барған сәйәсәткә, ғөмүмән, Суверенитет тураһында декларация ҡабул итеүгә ҡырҡа ҡаршы булды. Был йәһәттән Өфө ҡала Советы3 һәм РСФСР-ҙың4 ҡайһы бер халыҡ депутаттары беҙгә ҡаршы агрессив сығыштары менән үҙҙәрен билдәләне.


Өфө ҡала Советы тураһында һүҙ йөрөткәндә, шул осорҙа илдәге сәйәси һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе иҫкә төшөрөү мотлаҡ. 1990 йылдың 4 мартында РСФСР-ҙан башлап ауыл советтарына ҡәҙәр депутаттар һайланды. Ул ил тарихында тәүге тапҡыр булған альтернатив һайлауҙар һөҙөмтәһендә депутат булып төрлө ҡа­рашлы, мәҙәниәтле-мәҙәниәтһеҙ, тотороҡло-тотороҡһоҙ, әҙәпле йә әҙәпһеҙ кешеләр һайланды. Ғөмүмән, илдәге сәйәси картина оҙон-оҙаҡ ҡыштан һуң апрель-май айҙа­рында ҡояш нурҙары асҡан ерҙе, тәбиғәтте хәтерләтә ине. Ҡар аҫтында ҡыш буйы йыйылған, аҡ ҡар аҫтында күренмәй ятҡан сүплектәр һәм морон төрткән йәшел үҫентеләр... Әлбиттә, илдәге үҙгәрештәр сәйәсәт майҙанына кемдәрҙе генә сығармай: ул буш ҡыуыҡ, таҫма телле ярыҡ барабан, ҡапыл ғына күҙгә ташланмаған рухи йә психик яҡтан сирлеләр (уларҙың ҡайһы берәүҙәре әле лә федераль кимәлдә сәйәсмән) һәм шул уҡ ваҡытта ил, халыҡ яҙмышын үҙ иңенә, күңеленә һалған ир-азаматтар...


Договор төҙөгән осорҙа


Сәйәсәттә иң насары – хистәргә бирелеп, айыҡ аҡылды юйып эш алып барыу. Дәүләти фекерләгән, халыҡтың киләсәгенә күҙ һала белгән, иртәгәһен күҙаллаған сәйәсмәндәр һәм дә популист сәйәсмәндәр араһында көн менән төн кеүек айырма. Сәйәси популизм – ул халыҡтар өсөн “иҫерткес эсемлек” йә наркотик. Оппозицияның “Баш­ҡортостан Рәсәйҙән айырыла!” тигән лозун­гыһы – саҡ ҡына фекер йөрөтә алған кеше өсөн дә абсурд, сөнки Советтар иленең тотҡаһы Рәсәй дәүләте булды. Союздаш республикаларҙа 20 миллиондан ашыу урыҫ милләте йәшәне. Улар Советтар илен берләштергән милләт булып торҙо. Ғөмүмән, Советтар Союзы осоронда сит илдәр уны “Россия” тип башҡа республикаларға бүлмәйенсә атаны һәм йөрөттө, ләкин Өфө ҡала Советы депутаттары Рәсәй Феде­рацияһының суверенитетына ҡағылышлы Декларацияға күҙ һалып та ҡарамайынса, беҙгә ҡаршы лаф орҙо.


Беҙ Татарстан менән уртаҡ фекерҙә булып, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа республикалар менән бер рәттән тороп, мөстәҡил дәүләт булараҡ, Союз договорына ҡултамғалар ҡуйыу өсөн көрәштек. Уларҙы ике республика үҙҙәренең Юғары Советы ҡарарҙары аша нығытып ҡуйҙы.


Договор төҙөгәндә автономиялы респуб­ли­каларҙың позицияһы буйынса миңә йыш ҡына сығыш яһарға тура килде. Стенограмма-яҙма һәм иҫкәрмәләрем шәхси архивымда һаҡлана. Уларҙың ҡайһы берҙәрен миҫал булараҡ килтереү урынлы, тип уйлайым.


“Этот вопрос не один раз муссируется. Давайте исходить из принципов международного права. Тем более мы хотим создавать новое федеративное правовое государство, где мы признаём равноправие наций. Это – во-первых.


Во-вторых, сами же республики решили вопрос о том, что они хотят быть субъектами Союза ССР. Все объявили о своем государственном суверенитете. А вы хотите, чтобы за республики кто-то решал. Вопрос уже решен. Башкортостан на своей сессии решил, что подписывать будем непосредственно. Такое же решение и у Татарстана. Видимо, это надо учитывать.


В-третьих, ступенчатая федерация – это реализация сталинской теории автономизации. У нас не должно быть вышестоящих союзных республик. Все республики должны быть едины и равноправны. Надо уходить от имперского мышления”.


“Если мы признаем фактическое равенство наций, то необходимо это сделать и юридически. Подписание Союзного договора через посредство других республик – это сохранение сталинской модели национально-государственного строительства. Поэтому все республики должны подписать Союзный договор непосредственно”.5

Татарстандың вице-президенты В.Н. Лихачев мине хуплап сығыш яһаны.


“Постановление было принято на IV съезде. Посмотрите проект Закона о Кабинете Министров. Там нет разделения на союзные и автономные республики. Но если сегодня ситуация такая, давайте будем тут на позиции прогресса”.6

Үзбәкстан Республикаһының элекке беренсе секретары, СССР Юғары Советының Милләттәр Советы рәйесе Рафиҡ Нишанович Нишанов олпат, аҡыллы аҡһаҡал булды. Ул, йыш ҡына килеп, беҙҙең менән бергә эшләне.


Бер-ике ай самаһы договор өҫтөндә ентекле эшләгәндән һуң, бер көн ныҡ ҡына ыҙғыш башланып китте, ә Рафиҡ Нишанович ул ваҡытта минең эргәмдә ултыра ине.


– В чем дело, сынок? – тип минән һораша.


– Рафик Нишанович, ну какой договор в России без водки? Мужики уже какой месяц без водки работают, вот у них мозги закипают! – тинем.


“Я понял”, – тине лә, бармағы менән генә ярҙамсыһын саҡыртып алып: “Чтоб к обеду водка стояла на столе!” – тип бойороҡ бирҙе.


Горбачев осоронда “ҡоро закон” булды, шуға күрә араҡы рөхсәт ителмәне. Һәр делегацияға өҫтәл билдәләп ҡуйылған. Беҙҙең менән бергә С.М. Шахрай һәм Р.Ғ. Абдулатипов ултырҙы. Күңелле итеп төшкө ашты үткәргәс, договор өҫтөндә эштәр ҙә йылдамыраҡ китте. Мәжлес ваҡытында беренсе тосты “За Зуфара!” тип минең өсөн күтәрҙеләр. Һуңынан күп кенә егеттәр килеп, миңә хатта рәхмәт әйтеп китте.


Хәҙерге ваҡытта Мәскәү ҡалаһының мэры С.С. Собянин договор төҙөгәндә Горбачев­тың аппаратында эшләй ине. Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Конституция суды Рәйесе минең дуҫым Геляхов Абдуллаһ Сәғит улы шулай уҡ Договор төҙөүҙә ҡат­нашҡайны. Осрашҡан һайын: “Иҫләй­һеңме, Собянинды араҡы һәм һыра алырға йүгерт­кәйнек, ә хәҙер ҙур кеше булып китте”, – тип көлөп ала. Әлбиттә, был шаяртыу ғына.


Республика халҡының яҙмышы хәл ителгәндә


Союз договоры өҫтөндә эш барышында беҙҙең бәхәстәрҙе, фекерҙәрҙе көн һайын Союз телевидениеһының “Время” программаһында күрһәттеләр. Төрлө гәзиттәрҙә бик күп мәҡәләләрем баҫылып сыҡты, радио һәм телевидение аша сығыштар яһаным. Өс йәшлек ҡыҙымдан йыш ҡына: “Атайың ҡайҙа?” – тип һорағандар, ә балам, һәр ваҡыт зәңгәр экранға төртөп күрһәтеп: “Ана бит телевизорҙа ултыра, күрмәйһегеҙме ни?” – тип әйтер булған.


Минең сығыштарҙы күреп, Свердловскиҙа бергә уҡыған курсташтарым, армияла “кирзовый бутҡа” ашаған хеҙмәттәштәрем минең исемгә Өфөгә Юғары Советҡа хаттар ебәрҙе. 1991 йылдың 23 ғинуарында миллионлаған уҡыусыһы булған, бөтә Союзға таралған “Сельская жизнь” гәзитендә “СУВЕРЕНИТЕТ – НА СЛОВАХ ИЛИ НА ДЕЛЕ?” тип аталған мәҡәләм баҫылып сыҡты. Был гәзиттә баҫылып сығыу ҙур мәртәбә булды. М.Ғ. Рәхимов Союз кимәлендә беҙҙең позицияны аңлатҡан өсөн шатланды.


Договор төҙөгәндә Тажикстандың Горно-Бадахшан автономиялы өлкәһенең етәксеһе, Тажикстан Республикаһының Юғары Советы рәйесе урынбаҫары Акбаршо Искәндәр улы Искәндәров тыуған көнөн үткәрҙек. Ул беҙҙең делегацияны ла үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Аралашыу барышында уға Хафиздың7 ҡайһы бер шиғырҙарын яттан уҡып ишеттерҙем. Ҡорҙаштар булып сыҡтыҡ. Ул да 1951 йылда тыуған. Ул шунда уҡ мине яҡын дуҫы итте. Аҙаҡ инде эш барышында, Башҡортостан, Татарстан позицияларын яҡлағанда, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан республикаларын беҙҙең яҡлы булырға өндәне.


Союз договорын төҙөгәндә, Союзда кемдәрҙең тулы хоҡуҡлы ағза буласағы тураһында бәхәстәр булды. Беҙ, йәғни автономиялы республикалар вәкилдәре, тиң хоҡуҡлы Союз ағзаһы булараҡ, договорға ҡултамға ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһа­ныҡ. Һәм ул ҡабул ителде. Был йәһәттән дуҫым, ҡорҙашым Аҡбаршо Искәндәров ныҡ ярҙам итте. Ул Урта Азия республика­ла­ры­ның вәкилдәре араһында беҙҙең тәҡдим­дәрҙе хуплау буйынса ҙур эш алып барҙы.


Союз договоры тирәһендә барған был идеологик көрәшкә башҡа милләт вәкилдәрен дә йәлеп итергә тырыштым. Рус телендә уҡыған аудиторияны үҙебеҙҙең яҡҡа йәлеп итеү өсөн, ҡайһы бер үҙем әҙерләгән мәҡәләләрҙе авторҙаш булараҡ рус милләтле депутаттар менән бергә гәзиттәрҙә баҫтырып сығарҙыҡ. Шуларҙың береһе СССР Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты ректоры, генерал-майор Николай Катаев менән бергә яҙылған мәҡәлә “Не ради амбиций Союзный и Федеративный договоры – основы укрепления суверенитета Башкирии”.8

Ул ваҡытта Катаев депутат булып һайлан­ғайны һәм Башҡортостан президенты тура­һында закон вариантын әҙерләгәндә Катаевты, рус милләтенән булараҡ, вице-президент итеп күрһәтергә тигән проект та булды. Ләкин СССР-ҙың вице-президенты Янаев, РСФСР-ҙың вице-президенты Руцкой 1991 йылдың август айында һәм 1993 йылдың октябрендә фетнә баштарында тороуы һөҙөмтәһендә, Конституциянан вице-президент вазифаһын алып ташланыҡ. Әлеге көндә ул отставкалағы генерал-майор, юридик фәндәр докторы, профессор. Ғилми яҡтан үҙ-ара хеҙмәттәш­ле­гебеҙҙе әле лә өҙмәйбеҙ, аралашып торабыҙ.


1991 йылдың март айында бөтә Союз кимәлендәге гәзиттәрҙә Договор баҫылып сыҡты, Башҡортостан өсөн Барлыбаев менән минең ҡултамғам торҙо. Договор буйынса 1991 йылдың 17 мартында референдум үткәрҙеләр, һәм күпселек Советтар Союзының тарҡалыуына ҡаршы булды. Һуңынан август айына ҡәҙәр Союз договорын республикалар етәкселәре камиллаштырҙы.


М.Ғ. Рәхимов йыш ҡына, айына бер нисә тапҡыр, Мәскәүгә Союз договоры буйынса йөрөнө. Ҡағиҙә булараҡ, ул төнгө рейс менән ҡайта һәм юл ыңғайында эшкә һуғыла, Договор проектына ниндәй үҙгәрештәр индерелгәнен миңә тапшыра ине. Беҙ түҙемһеҙлек менән төнгө өскә тиклем көтөп ултырабыҙ, ул алып килгән проектты ҡарап, үҙемдең иҫкәрмәләремде ошо проектҡа индерә торғайным. Беҙҙең өсөн ул ваҡытты сәйәси романтизм осоро тип атар инем, сөнки республика халҡының яҙмышы хәл ителә ине.


Илдәге сәйәси тормош бик тә ҡатмарлы булды. Реакцион һәм ҡара груһ (черносотенный) көстәр үҙҙәренең оппозицион матбуғат биттәрендә бигерәк тә ныҡ ҡоторондо һәм шашынды. Ул йылы йәйҙә бик томра, эҫе булды. Күңелем ниндәйҙер насарлыҡтың булыуын һиҙемләне. Ысынлап та, борсолоуҙарым бушҡа булманы. Үҙемдең мәҡәләнән бер генә өҙөктө тәҡдим итәм. “Однако возникают большие сомнения в том, будет ли подписан Союзный договор по последнему, опубликованному 28 июня с. г. в газете “Известия” варианту, или вообще Союз ССР как таковой распадется на самостоятельные, независимые друг от друга государства”9. Шулай итеп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1991 йылдың 30 июлендә яҙған фаразым ғәмәлгә ашты. 19 августа МВД, КГБ етәкселәре хәрбиҙәр менән бергәләп, Мәскәүгә танктар индерҙе. Украина халҡы Рәсәй менән союздаш булырға теләмәне, үҙҙәренең референдумында үҙаллы дәүләт өсөн тауыш бирҙе. Советтар иле де-факто август айындағы путчтан һуң тарҡала башланы һәм де-юре – уны өс республиканың (Рәсәй, Белоруссия һәм Украина) етәкселәре рәсмиләштерҙе.


Август путчы (фетнәһе) һөҙөмтәһендә Союз договорына ҡул ҡуйыу планы өҙөлһә лә, беҙҙең хеҙмәт бушҡа булманы. Дого­ворҙың төп принциптары Конституциябыҙҙың һәм 1994 йылдың 3 авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Рес­публикаһы араһында ҡул ҡуйылған Килешеүҙең концепцияһына инде. Һәм 2001 йылға тиклем республикабыҙ халыҡтарына тоғро хеҙмәт итте.


Рәсәй дәүләтендә сәйәси климат йә йылмая, йә ыржая. Илде федерализм рельстарына күсереүгә йүнәлтелгән хеҙмәтебеҙ, иманым камил, һис шикһеҙ, киләсәк быуын сәйәсмәндәренә маяҡ буласаҡ.


1 Государственный Комитет по чрезвычайному положению в СССР.

2 1990-1991 йылдарҙа беҙ суверенитет тураһындағы Декларация өҫтөндә һәм Зәки Вәлидовтың 100 йыллыҡ юбилейын дәүләт кимәлендә үткәреүҙә бергә эшләнек. Бик аҡыллы рус интеллигенты ине. 1991 йыл ул Б.Н. Ельциндың командаһына эшкә күсте.

3 Ҡара: “Быть ли Башкирии в России”, “Вечерняя Уфа” гәзите, 1991 йыл, 22 ғинуар.

4 Ҡара: “Башкортостан выходит из России”, “Вечерняя Уфа” гәзите, 1991 йыл, 24 ғинуар.

5 Республикаларҙың тулы вәкәләтле вәкилдәренең Союз договоры буйынса ултырыштарының стенограммаһы, 1991 йыл, 21 февраль.

6 Шунда уҡ.

7 Хафиз тураһында һүҙ башлағас, шуны әйтергә кәрәк, Хафиз – шәреҡ донъяһы бик ныҡ хөрмәт иткән бөйөк фарсы шағиры. Лекциялар уҡығанда, мин йыш ҡына уның ҡайһы бер шиғри юлдарын уҡып ишеттерәм, ләкин студенттар уның кем икәнен белмәй. Ҡыҙғаныс хәл, сөнки был беҙҙең уҡытыу системаһының етешһеҙлеген күрһәтә. Гете, Гейне, Байрон, Пушкин кеүек күренекле шәхестәр Хафизды үҙҙәренең уҡытыусыһы тип һанаған. Гетеның хатта шундай һүҙҙәре лә бар: “Девой — слово назовем, Новобрачным — дух: с этим браком тот знаком, кто Хафизу друг”.

Мәҙәниәт күбеһенсә Европа яғына йүнәлтелгәнгә күрә, Азия халыҡтарының мәҙәниәте, әҙәбиәте өйрәнеүҙән ситтә ҡала. Һөҙөмтәлә күптәрҙең аңында үҫешмәгән, Урта Азияла йәшәгән милләттәргә ҡарата мәҙәниәтһеҙ халыҡ тигән фекер формалаша.

8 “Советская Башкирия” гәзите, 1991 йыл, 14 март.

9 Зуфар Еникеев, “Союзный договор и суверенитет республик”. “Известия Башкортостана” гәзите, 1991 йыл, 30 июль.
Читайте нас