Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ведомство тарафынан 62,4 миллиард һум суммаға торошло хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланған.
Был күрһәткес буйынса илдә республика аудиторҙары икенсе урында тора. Суммаға килгәндә, беренсе урында – Санкт-Петербург (63,2 миллиард һум), өсөнсөлә - Мәскәү өлкәһе (16,6 миллиард һум).
Етешһеҙлектәрҙе, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы беренсе баҫҡыста, икенселә - Мордва Республикаһы (5 миллиард һум), өсөнсөлә – Һамар өлкәһе (3,9 миллиард һум), артабан - Татарстан (3,76 миллиард һум).
Әлбиттә, Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһының уңыштары ҡыуаныслы, ләкин республикала ошондай ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуйылыуы тәрән уйға һала. Тимәк, коррупцияға, дәүләт аҡсаһын маҡсатһыҙ файҙаланыуға ҡаршы көрәште тағы ла көсәйтеү талап ителә.
Фото: Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы.