Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2020, 13:00

Бюллетендәр тапшырылды

Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға бөтәһе 92 400 дана һайлау бюллетене әҙерләнгән.

Мәғлүм булыуынса, 13 сентябрҙә - Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостандың Белорет районы буйынса 35-се Металлургтар һәм Өфө ҡалаһы буйынса 14-се Новиков округтарында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау уҙасаҡ. Был һайлау буйынса бюллетендәр 7 сентябрҙә тапшырылды.
“Белая река” нәшриәте” типографияһында баҫылған бюллетендәрҙе “Төп махсус бәйләнеш” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы буйынса Махсус бәйләнеш идаралығы Өфө ҡалаһының Совет районы һәм Белорет районы территориаль һайлау комиссияларына алып барып тапшырҙы. Һайлау бюллетендәрен алыуҙы һәм тапшырыуҙы республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының һайлау бюллетендәрен әҙерләү, алып барыу, һаҡлау һәм ябыу буйынса эшсе төркөмө тәьмин итте һәм контролдә тотто.
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға бөтәһе 92 400 дана һайлау бюллетене әҙерләнгән, шул иҫәптән рус телендә – 85000, рус һәм башҡорт телдәрендә – 5700, рус һәм татар телдәрендә – 1700.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.
Читайте нас