Башҡортостанда алдан тауыш биреү башланды. Сәйәси сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын да һайлайҙар.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, 14-се Новиков һайлау округы (Өфө ҡалаһының Совет районында) һәм Металлургтар һайлау округы (Межгорье ҡалаһы, Белорет районы) биләмәләрендә йәшәгән халыҡ, өҫтәп, парламент депутаттарын да һайлай. Алдан тауыш биреү бөгөн һәм иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем бара. Сара һайлау участкаларында ла, өйгә килеп тә уҙғарыла.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға ике мандатҡа бөтәһе 12 кандидат дәғүә итә, һәр урынға - алтышар кеше. Депутаттар Александр Дегтев һәм Иван Лавреновтың үҙ теләктәре буйынса ваҡытынан алда мандаттарын һалыуы сәбәпле, урындағы парламентҡа өҫтәмә һайлау уҙғарыла.
“Урындағы советтарға депутат һайлауын ойошторған 63 территориаль һайлау комиссияһының 28-е алдан тауыш биреү формаһын өҫтәмә ҡулланыу буйынса ҡарар ҡабул итте. Был муниципалитеттарҙа йәшәгән халыҡ 13 сентябрҙә генә түгел, 11-12 сентябрҙә лә һайлай ала”, – тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы матбуғат хеҙмәте.
Алдан тауыш биргән муниципалитеттар иҫәбендә Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары бар. Халыҡ урындағы һайлауҙа 1759 мандат өсөн тауыш бирһә, уларҙың 903-ө муниципаль район Советына депутаттар һайлауға тура килә.
Фото Туймазы территориаль һайлау комиссияһынан.