Бөгөн Туймазы районындағы 83 һайлау участкаһында ла урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү булды.
Ҡуйылған тәртипкә ярашлы, эш иртәнге сәғәт 8-ҙә башланды. Туймазылар тәүге минуттарҙан уҡ тауыш биреүгә әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, 2988-се участка һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ривал Канеев белдереүенсә, уларға иртәнге сәғәт 9-ға тиклем 13 граждан килеп гражданлыҡ хоҡуғын үтәгән.
Комиссия халыҡтың санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлеге хаҡында ла онотмай.
Фото: Туймазы районы территориаль һайлау комиссияһы.