Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Сентябрь 2020, 18:30

Йәштәр һайлау тураһында ниҙәр белә?

Ағиҙел ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы ағзалары Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы студенттары менән осрашты.

Һайлаусының хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү – һайлау комиссиялары хеҙмәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ағиҙел ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы ағзалары был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара.
Улар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Ағиҙел филиалы студенттары менән осрашыу уҙғарҙы. Сара ҡаланың үҙәк китапханаһында уҙҙы. Йәштәр алдында һайлау комиссияһы ағзалары Лиана Рәшитова һәм Инзилә Кашапова сығыш яһаны. Улар студенттарға һайлауға бәйле төрлө мәғлүмәт еткерҙе, һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ йәштәрҙең белемен дә тикшерҙеләр: конституция һәм һайлау хоҡуғы нигеҙҙәренә ҡағылышлы викторина ойошторҙолар.
Викторинала әүҙем ҡатнашҡан йәштәргә бүләктәр тапшырылды. Дүртенсе курс студенттары Алһыу Моратова, Алина Хәмиҙуллина, Артур Ғилмиев һәм Азамат Дәүләтгәрәев был өлкәлә яҡшы белем күрһәтеп, еңеүгә өлгәште.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы округының территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас