Әлшәйҙә Берҙәм һайлау көнөндә муниципаль район Советына һәм Әбдрәшит, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл советтарына депутаттар һайлаясаҡтар. Ошо айҡанлы сираттағы кәңәшмә үтте.
Комиссия рәйесе Рәйлә Шафиҡова Берҙәм һайлау көнөнә әҙерлек, алдан тауыш биреүҙе үткәреү формалары, тауыш биреү һәм һайлау һөҙөмтәләрен билдәләү тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Сарала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм өлкән йәштәгеләр конституцион хоҡуғын үтәй алһын өсөн шарттар тыуҙырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
Система операторы Вячеслав Штейн һайлаусылар исемлеге менән эшләү, Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ярҙамында уҙған тауыш биреү һөҙөмтәләре протоколдарын төҙөү тәртибе тураһында һөйләне. Полиция һәм элемтә ойошмаһы вәкилдәре лә сығыш яһаны.
Районда һайлау уҙғарыу өсөн бөтә биналар ҙа әҙер. Участкалар тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һайлаусылар саҡырыу ҡағыҙы алған, сараның көнө, урыны һәм тауыш биреү ваҡыты тураһында ла мәғлүмәт еткерелгән.
Фото: Әлшәй районы территориаль һайлау комиссияһы.