Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь 2020, 13:35

84 йәшлек Нина инәй ҙә килде

Сибайҙың һайлау участкаларында ҡала Советына депутаттар һайлана.

Бөгөн Сибайҙың һайлау участкаларында ҡала Советына депутаттар һайлана. Санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәү маҡсатында, тауыш биреү өс көн алдан башланды.
Ҡала гимназияһында урынлашҡан 638-се һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып 84 йәшлек Нина Пономарева тауыш бирҙе.
"Һәр һайлауҙы байрамдай көтөп алам, гел иң беренселәрҙән булып киләм", - ти инәй.
12-се мәктәптә урынлашҡан 633-сө һайлау участкаһына иһә тәүгеләрҙән булып 75 йәшлек Нәҡиә Насирова килгән. Эйе, һәр ваҡыттағыса, оло йәштәгеләр мөһим сәйәси сарала иң әүҙеме, улар гражданлыҡ бурысын үтәүгә намыҫ менән ҡарай.
Көндөң аяҙ, ҡоро тороуы арҡаһында күптәр баҡсаларына юлланһа ла, тауыш биреүҙе ситтә ҡалдырмаған. Баҡса йорттарына, шәхси хужалыҡтарға күсмә һайлау ойошторола, йәғни өйҙә тауыш бирергә мөмкин.
Ҡаланың яҙмышы, киләсәге тап бөгөн һайланасаҡ депутаттарға бәйле икәнен яҡшы аңлаған халыҡ үҙе иң лайыҡлы тип һанаған кандидаттарға тауыш бирә.
Фото "Сибай рабочий" гәзитенән.
Читайте нас