Башҡортостанда көндөҙгө 12.00 сәғәткә ҡарата, исемлектә булған 2294532 һайлаусының 25,31 проценты тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Алдағы йылдарҙа, мәҫәлән, 2018 йылдың 9 сентябрендә уҙған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа – 17,34, ә 2016 йылдың 18 сентябрендә урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттары өсөн тауыш биреүҙә 27 процент граждан ҡатнашҡан булған.
Әле был күрһәткес ҡалаларҙа – 16,12, райондарҙа 29,80 процент. Сибай ҡалаһы (25,14 процент), Стәрлетамаҡ ҡалаһы (21,80), Архангел районы (49,52 процент), Борай районы (50,03 процент), Көйөргәҙе районы (55,67 процент) халҡы алда бара.
Исемле участкаларҙа теркәлгән һайлаусылар ғәҙәттәгесә әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Сергей Аксаков исемендәге 1222-се һайлау участкаһында граждандарҙың – 30, Илештең Бишҡурай ауылындағы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге 2062-се һайлау участкаһында – 41,4, Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2316-сы һайлау участкаһында 32,6 проценты көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем тауыш биргән.
Урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына алдан һайлау хоҡуғы менән 51 мең кеше файҙаланған, йәғни тауыш биреүселәр исемлегендә теркәлгәндәрҙең 2,29 процентын тәшкил итә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау һәм 28 территориаль һайлау комиссиялары тарафынан 11-12 сентябрҙә ойошторолған алдан һайлауҙарҙа 279 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың 256 меңе урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар өсөн тауыш биргән, был бөтә тауыш биреүселәрҙең 22 процент самаһын тәшкил итә. Новиков һәм Металлургтар һайлау округтары буйынса алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 22 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, йәғни 22,16 процент.
Һайлау участкаларына килеп алдан тауыш биргәндәр һаны 228 меңдән ашыу, шул иҫәптән алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн – 21 мең, урындағы үҙиадара вәкәләтле органдарына 207 мең һайлаусы үҙ һүҙен әйткән.
Өйҙәрендә 36 меңдән ашыу кеше тауыш биргән, шул иҫәптән 1200 граждан урындағы парламент депутаттарын, ә 34800-ө урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡан.
Шулай уҡ һайлау бинаһы булмаған һәм транспорт йөрөмәгән ҡайһы бер ауылдарҙа ла алдан тауыш биреү ойошторолған. Бындай мөмкинлектән 14 меңдән ашыу кеше файҙаланған.