Берҙәм тауыш биреү Ейәнсура районында ла әүҙем бара.
Башҡорт Үргене ауылындағы һайлау участкаһында иң тәүге булып район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты етәксеһе Фидан Түләбаев гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шулай уҡ Сәлимә менән Салауат Байғусҡаровтар иң беренсе тауыш биргән.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғәфүр Ҡолтаев әйтеүенсә, сәғәт 11-гә йөҙҙән ашыу граждан сарала ҡатнашып та өлгөргән. Комиссия ағзалары икегә бүленеп эшләй: бер төркөм участкала ҡабул итһә, икенсеһе һайлаусыларҙың йорттарына йөрөй. Һәр урында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тулыһынса һаҡлана.
"Бер һайлауҙан да ҡалғаным юҡ, әле лә ҡайта һалып төштөм", - ти Салауат ҡалаһынан килгән Миңниса апай Хисмәтуллина.
Тап уның кеүек гражданлыҡ бурысына етди ҡарағандар арҡаһында Башҡорт Үргенендә һәр мөһим сара тейешле кимәлдә үтә.
Райондың шулай уҡ 1930-сы Иҫәнғол, 1965-се Иҙәш, 1921-се Сәғит ауылы һайлау участкаларында тауыш биреүҙәр яҡшы ойошторолған, халыҡ дәррәү ҡатнаша.
Фото: "Ейәнсура таңдары" гәзите сайты.