Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының оператив мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 6-ға ҡарата 1 017 647 граждан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, был республикала һайлау исемлегендә булған кешеләрҙең 44,35 процентын тәшкил итә.
Мәғлүмәт өсөн, 2016 йылдың 18 сентябрендә уҙған урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына һайлау барышында ошо ваҡытҡа – 62 процент, ә 2018 йылдағы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа граждандарҙың 40,24 проценты тауыш биргән булған.
Киске сәғәт 6-ға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡала округтарында халыҡтың – 27,25, муниципаль райондарҙа 55 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Тәүгеләре араһында Сибай алда – 54,42 процент. Райондар исемлегендә иһә Благовар алға сыҡты – 75,80 процент, Тәтешле икенсе урында – 74,87 процент, Шаран өсөнсө килә – 70,19 процент.
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Новиков һәм Металлургтар һайлау округы буйынса өҫтәмә һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” системаһын файҙаланып, 80 кеше тауыш биргән, был иһә тапшырылған ғаризаларҙың 63,49 процентын тәшкил итә.
Республиканың 32 округында муниципаль берәмектәрҙәге вәкәләтле органдарға вәкилдәр һайлауында берәр мандатҡа тауыш биреү бара. Сарала ҡатнашҡан граждандарҙың 50 процент тауышын йыйғанда ғына кандидат үтте тип иҫәпләнәсәк. Шундай шарттарҙағы һайлау Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Шишмә райондарында һәм Салауат ҡалаһында бара.
Фото "Йүрүҙән" гәзите сайтынан.