Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь 2020, 06:30

Һайлау буйынса "ҡыҙыу линия" эшләй

Шылтыратыуҙар 8 (347) 280-95-06, 8 (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә.

13 сентябрь Берҙәм һайлау көнөн үткәреү ваҡытында граждандарға мәғлүмәт биреү һәм сара барышын контролдә тотоу маҡсатында, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” эшләй.
Шылтыратыуҙар 8 (347) 280-95-06, 8 (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә. 13 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем, ә 14-15 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Әле “ҡыҙыу линия” телефоны эшләгән ваҡытта барлығы 219 шылтыратыу булған.
Шул иҫәптән тауыш биреү тәртибе буйынса – 110, участка һайлау комиссияһының урынлашҡан урынына бәйле – 48, һайлау кампанияһы төрҙәре тураһында – 10, һайлау комиссияһы эше графигы хаҡында – 25, һайлау комиссияһы ағзаларының хоҡуҡи статусы йәһәтенән – 13, күҙәтеүсенең хоҡуҡи статусына ҡағылышлы туғыҙ мөрәжәғәт булған. Һайлау комиссияһы вәкәләттәренә бәйләнеше булмаған дүрт һорау бирелгән.
Барлыҡ мөрәжәғәттәргә республика Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғы булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас