Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан халҡы һайлау кампанияларына бик етди ҡарап, уларҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла ошо йолаға тоғро ҡалып, күптәр иртәнге сәғәт 7-нән тауыш бирә башланы.
Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнөндә Әбйәлил халҡы район Советына депутаттар һайлай. Урындағы барлыҡ һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән ишектәрен асты.
Райондағы 766-сы һайлау участкаһы эш башлау менән Зөлфирә һәм Виктор Щеклеевтар тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәне.
Фото “Осҡон” гәзите төркөмөнән.