Учалыла иртәнге сәғәт 7-нән алып 64 һайлау участкаһы эшләй. Халыҡ район Советына 18 һәм ҡаланыҡына 20 депутат һайлай.
Барлығы 56 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән, шуларҙың дүрт меңдән ашыуы алдан тауыш биргән. Көн уртаһына ҡарата уларҙың 30 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.
"Тауыш биреү тыныс шарттарҙа бара, бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә, сират юҡ. Рәсәй, республика кимәлендәге һайлау кампаниялары менән сағыштырғанда, әүҙемлек һүлпәнерәк", - ти Учалы районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина.
Фото “Яйыҡ” гәзите сайтынан.