Берҙәм тауыш биреү көнөндә Мәсетлелә 44 һайлау участкаһы эшләй. Район халҡы бишенсе саҡырылыш район Советына, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауыл советтарына депутаттар һайлай.
Муниципаль район Советына 15 мандатҡа 35 кандидат дәғүә итһә, уларҙың унауһы үҙ-үҙен тәҡдим иткән. Ҡалғандары иһә партиялар исеменән ҡуйылған: “Берҙәм Рәсәй” – 15, “Рәсәй патриоттары” – дүрт, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” – өс, ЛДПР – ике, “Үҫеш партияһы” – бер кандидат. Ауыл советтарындағы өҫтәмә һайлауҙа дүрт кеше дәғүә итә. Уларҙың икәүһе “Берҙәм Рәсәй” партияһынан булһа, икәүһе үҙ-үҙен тәҡдим иткән.
Депутатлыҡҡа кандидаттар араһында ауыл эшсәндәре, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, элемтә өлкәһенән вәкилдәр, эшҡыуарҙар, шулай уҡ пенсионерҙар ҙа бар. 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҙә ҡатнаша.
Көндөҙгө сәғәт 3-кә Мәсетле районы һайлаусыларының 40,22 проценты үҙ бурысын үтәгән.
Фото Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссия сайтынан.