Ғәҙәттә, беҙҙә һайлауға ғаилә менән йөрөйҙәр. Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Миләүшә Ильяс ҡыҙы менән Миңнулла Фәрит улы Әбдүшевтар ҙа ошондай һәр сарала бергәләп ҡатнаша.
Улар һайлауҙың илебеҙ өсөн үтә мөһимлеген аңлап, гражданлыҡ бурысын намыҫлы атҡара. Был юлы ла сараға иртән үк килеп еттеләр.
Мораҡ ауылының 2415-се һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш биргән Йәнбәтовтар, Иҫәнбаевтар һәм Бәҙретдиновтар ҙа мөһим саранан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Бәҙретдиновтарҙың был юлы студент ҡыҙҙары Гүзәл дә гражданлыҡ бурысын үтәне.
Фото “Кугарчинские вести” гәзите төркөмөнән.