Башҡортостанда көндөҙгө 15.00 сәғәткә ҡарата 821602 һайлаусы тауыш биргән, тип хәбәр итә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы. Был һан исемлектә булған һайлаусыларҙың 35,81 процентын тәшкил итә.
Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың 9 сентябрендә уҙған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ошо 15.00 сәғәткә ҡарата депутаттар өсөн тауыш биреүҙә – 29 процент, ә 2016 йылдың 18 сентябрендә урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙа 47 процентан ашыу кеше ҡатнашҡан булған.
Әле ҡала округтары араһында – 22,72 процент, райондарҙа 43,78 процент һайлаусылар тауыш биргән. Тәүгеләре араһында Сибай алда бара – 41,74 процент, ә райондарҙан Тәтешле өҫтөнлөктә – 67,22 процент.
Пенсия фондының республика бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлгә ҡарата төбәктә 249405 инвалид иҫәпләнгән. Шул иҫәптән, күреү һәләте буйынса – 8273, ишетеү һәләте буйынса – 12492, хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән 17097 инвалид.
Күреү һәләте сикләнгән инвалидтар күпләп йәшәгән урындарҙағы участкалар таянғыстар, яндауырҙар менән йыһазландырылған. Белорет районы территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 15.00 сәғәткә насар күргән һайлаусыларҙың 67,6 проценты тауыш биргән.
13 сентябрҙә уҙған һайлауға 132 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) йәлеп ителгән. 203 меңдән ашыу кеше, йәғни дөйөм һайлаусыларҙың 8,86 проценты, уларҙы файҙаланып тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
Быйыл Башҡортостанда “Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан һанлы участкаларҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн тауыш бирә алалар, йәғни Новиков һәм Металлургтар һайлау округтарында йәшәгәндәр бындай мөмкинлек менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
Барған ерҙә тауыш биреүгә ғаризалар 29 июлдән 8 сентябргә тиклем ҡабул ителде.
“Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса 126 ғариза теркәлгән. Көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата уларҙың 70-е тауыш биргән, йәғни 55,56 процент.
Мәскәүҙә булдырылған 30 һанлы һайлау участкаһында тауыш бирергә теләп бары ете граждан ғына ғариза тапшырған.
Фото Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан.