Белоретта һайлау инде өсөнсө көн дауам итә. Район һәм ҡала халҡы 35-се Металлургтар һайлау округы буйынса алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлай.
11 һәм 12 сентябрҙә алдан тауыш биреү барҙы. Әйткәндәй, Милли кейем көнөндә илһөйәрҙәр гражданлыҡ бурысын үтәргә милли кейемдә килгәйне.
Тауыш биреү хәүефһеҙ шарттарҙа уҙһын өсөн участка һайлау комиссияларына һаҡланыу экраны, битлек, бирсәткә, антисептик салфеткалар бирелгән. Килгән һәр кешенең температураһын үлсәйҙәр.
Территориаль һайлау комиссияһы йәш һайлаусыларға бүләктәр әҙерләгән – блокноттар бирә.
Белорет халҡы был юлы ла мөһим сәйәси сарала әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған 1311-се Боғанаҡ участкаһында теркәлгән 555 һайлаусының 200-ҙән ашыуы төш мәленә тиклем үк конституцион хоҡуғын үтәгән.