Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентябрь 2020, 13:50

Яңауылдар бөгөн ике эште бергә атҡара

Ҡайһы йәмәғәт биләмәһе "Ҡала мөхите" программаһы ярҙамында төҙөкләндерелер?

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Яңауыл ҡалаһының һигеҙ һайлау участкаһында депутаттар һайлауҙан тыш, “Ҡала мөхите” дәүләт программаһында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк йәмәғәт биләмәһе өсөн дә тауыш бирәләр.
“Ҡала паркы һәм уның эргәһендәге биләмә, Һабантуй милли байрамы яланы, Социалистик урамындағы майҙан – уларҙың ҡайһыһын һайлауҙы яңауылдар үҙҙәре хәл итәсәк”, – тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенән.
Был йәһәттән яңауылдарҙың тәжрибәһе бар. Улар быға тиклем ике проектҡа – фонтанды реконструкциялауға, вокзал һәм шыршы майҙандарын төҙөкләндереүгә тауыш биргәйне.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас