Әлшәй районының Почетлы гражданы Һәүбән Бәҙретдин улы Тажиев 82 йәшендә лә әүҙем тауыш биреүсе булып ҡала. Ул 1957 йылдан бирле бөтөн төрҙәге һайлауҙарҙа ҡатнашып килә.
Һәүбән Бәҙретдин улы теремек һәм киләсәккә һәр саҡ ышаныс менән ҡарай. Ул “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнгән. Хеҙмәт ветераны районда физкультураны, спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Йәмәғәт һәм хужалыҡ ойошмаларында уңышлы эшмәкәрлеге өсөн төрлө наградалар менән бүләкләнә.
Һәүбән Бәҙретдин улына райондың Почетлы гражданы исеме яңыраҡ бирелгән. Ветеран үҙенең әүҙем тормош рәүеше менән йәштәргә өлгө булып тора. Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә ул Раевка ауылында урынлашҡан 820-се һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килеп, район Советы депутаттары өсөн тауыш бирҙе.
Фото Әлшәй районының территориаль һайлау комиссияһынан.