Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 14-се Новиков һәм 35-се Металлургтар һайлау округтары буйынса өҫтәмә депутаттар һайлауында ҡатнашырға теләк белдереп 12 кандидат теркәлгәйне. Кандидаттар “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” кеүек сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелде.
14-се Новиков һайлау округында (Өфө ҡалаһының Совет районы) тауыш биреүҙә 10900 һайлаусы ҡатнашты, был һайлау исемлегенә индерелгән граждандарҙың 22,36 процентын тәкшил итә.
35-се Металлургтар һайлау округында (Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы) тауыш биреүҙә 26801 һайлаусы ҡатнашты, был иһә – тауыш биреү исемлегендә булған кешеләрҙең 54,68 проценты.
Барған урында тауыш биреү тураһындағы ғариза нигеҙендә бөтәһе 85 кеше тауыш бирҙе, шул иҫәптән 14-се Новиков һайлау округы буйынса – 45, 35-се Металлургтар һайлау округы буйынса – 40. Был “Мобиль һайлаусы” хеҙмәте менән файҙаланырға ҡарар иткән граждандарҙың 67,46 процентын тәшкил итә.
Мәскәү ҡалаһындағы һанлы участкаларҙа ғариза биргән ете кешенең бары икәүһе генә килгән.
Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре алған. Йәғни 14-се Новиков һайлау округында Салауат Сәхи улы Хөсәйенов – 69,60 процент, 35-се Металлургтар һайлау округында Флүр Зинур улы Ураҙмәтов 65,50 процент тауыш йыйған.
Фото: Белорет район хакимиәте сайтынан.