“Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған системаһына участка һайлау комиссияларының бөтә протоколдарын индергәндән һуң, Башҡортостан биләмәһендә урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауында ҡатнашҡандар һаны 52,28 процент тәшкил иткән.
Ҡала округтары буйынса һайлаусыларҙың – 31,39 проценты, муниципаль райондар араһында 64,42 проценты тауыш биргән.
Райондар араһында Благовар (85,32 процент), Тәтешле (84,68 процент), Миәкә (79,22 процент), Шаран (77,90 процент) райондары халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәткән. Ҡалалар араһында Сибай беренсе урында тора – 61,98 процент.
Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауында “Берҙәм Рәсәй” партияһы алда бара – 70,21 процент тауыш йыйғандар. “Рәсәй Федерацияһының Комммунистар партияһы” – 4,42 процент, ЛДПР – 2,93 процент, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” – 1,79 процент, “Рәсәй патриоттары” – 1,73 процент, “Ғәҙел Рәсәй” – 1,67 процент, “Үҫеш партияһы” – 1,19 процент, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” – 1,13 процент, “Граждандар платформаһы” – 0,60 процент, “Яблоко” – 0,06 процент, үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттар 14,27 процент тауыш йыйған.
Фото: Әлшәй районы территориаль һайлау комиссияһынан.