Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә уҙған ялдарҙа үткән һайлауға йомғаҡ яһалды. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 200 һайлау кампанияһы үткән. Улар барышында 1753 мандат өсөн тауыш бирелгән, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайланған. Был турала Башҡортостан буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләне.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлауға быға хоҡуғы булған кешеләрҙең 52 проценты килгән. Был - 1,2 миллион самаһы кеше. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы беренсе урында. Улар тауыштарҙың 70 процентын йыйған. Икенсе урында – КПРФ (4 процент), өсөнсө – ЛДПР (3 процент). Үҙен үҙе тәҡдим иткән депутаттар өлөшөнә 14 процент тура килә.
Илона Макаренко белдереүенсә, Үҙәк һайлау комиссияһына 122 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың бөтәһен дә ҡарағандар һәм етешһеҙлектәр асыҡланмаған.
– Беҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһын еңеү менән ҡотларға хоҡуҡлыбыҙ. Уларҙың был уңышы юҡҡа ғына түгел, партия коронавирус пандемияһы осоронда әүҙемлек күрһәтте. Сәйәси партия аныҡ эштәр менән шөғөлләнә икән, беҙ ошондай һөҙөмтәләр күрәбеҙ. Кешеләр янында булырға һәм мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы Илона Макаренкоға Берҙәм тауыш биреү көнөн сифатлы үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.