Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Сентябрь 2020, 05:17

Халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәне

“Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре күпселекте тәшкил итте.

13 сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 3011 һайлау участкаһы үҙ ишеген асты. Һайлаусылар исемлегенә индерелгән 2 294 480 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә ине.


Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 14-се Новиков һәм 35-се Металлургтар һайлау округтары буйынса өҫтәмә депутаттар һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп 12 кандидат теркәлгәйне. Кандидаттар “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы”, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” кеүек сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелде.
14-се Новиков һайлау округында (Өфө ҡала­һының Совет районы) тауыш биреүҙә 10900 һай­лаусы ҡатнашты, был һайлау исемлегенә инде­рел­гән граждандарҙың 22,36 процентын тәшкил итте.
35-се Металлургтар һайлау округында (Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы) тауыш биреүҙә 26801 һайлаусы ҡатнашты, был иһә – тауыш биреү исемлегендә булған кешеләрҙең 54,68 проценты.
Барған урында тауыш биреү тураһындағы ғари­за нигеҙендә бөтәһе 85 кеше гражданлыҡ бурысын үтәне, шул иҫәптән 14-се Новиков һайлау округы буйынса – 45, 35-се Металлургтар һайлау округы буйынса – 40.
Мәскәү ҡалаһындағы һанлы участкаларҙа ғари­за биргән ете кешенең бары икәүһе генә килгән.

Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре алған. Йәғни 14-се Новиков һайлау округында Салауат Сәхи улы Хөсәйенов – 69,60 процент, 35-се Металлургтар һайлау округында Флүр Зинур улы Ураҙмәтов 65,50 процент тауыш йыйған.
Урындарҙа үткән һайлауҙа 1753 мандат өсөн тауыш бирелде, уларҙың яртыһынан күберәге – 903-ө муниципаль район Советы депутаттарын, шулай уҡ 157-һе ҡала Советы депутаттарын һайлауға ҡағыла ине.
Төрлө кимәлдәге һайлауҙа ҡатнашырға 4799 кеше кандидатураһын тәҡдим итеп, уларҙың 4355-е теркәлгән. 883 кеше үҙ-үҙен тәҡдим иткән, был теркәлгән кандидаттарҙың 20 процентын тәшкил итә. Ҡалған кандидаттар – партия вәкилдәре: “Берҙәм Рәсәй” – 1768, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” – 438, “Рәсәй патриоттары” – 422, ЛДПР – 387, “Ғәҙел Рәсәй” – 258, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” – 81, “Үҫеш партияһы” – 40, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” – 32, “Граждандар платформаһы” – 31, “Яблоко” – 15.
“Һайлау” дәүләт автоматлаштырылған систе­маһына участка һайлау комиссияларының бөтә протоколдарындағы мәғлүмәтте индергәндән һуң Башҡортостан биләмәһендә урындағы үҙидара­лыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны 52,28 процент тәшкил иткән.
Ҡала округтары буйынса һайлаусыларҙың – 31,39 проценты, муниципаль райондарҙа 64,42 проценты тауыш биргән.

Райондар араһында Благовар (85,32 процент), Тәтешле (84,68 процент), Миәкә (79,22 процент), Шаран (77,90 процент) райондары халҡы айырыу­са әүҙемлек күрһәткән. Ҡалалар араһында Сибай беренсе урында – 61,98 процент.
Урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы алда бара – улар 70,21 процент тауыш йыйған. “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” – 4,42 процент, ЛДПР – 2,93 процент, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” – 1,79 процент, “Рәсәй патриоттары” – 1,73 процент, “Ғәҙел Рәсәй” – 1,67 процент, “Үҫеш партияһы” – 1,19 процент, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” – 1,13 процент, “Граждандар платформаһы” – 0,60 процент, “Яблоко” – 0,06 процент, үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттар 14,27 процент тауыш алған.
Читайте нас