10 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы төбәктәре тарафынан 2019 йылда “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыу” маҡсатлы моделен сафҡа индереү һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан рейтинг төҙөлгән. Уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһына маҡсатлы моделде сафҡа индереүҙе 100 процент кимәлендә үтәү мөмкин булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, маҡсатлы модель 2021 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы төбәктәре тарафынан контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы ҡарай. Ул алты йүнәлеш буйынса 13 маҡсатлы күрһәткестән тора. Улар араһында түбәндәгеләр бар:
– контролде (күҙәтеүҙе) норматив-хоҡуҡи көйләү;
– юғалтыу хәүефле-йүнәлешле алымды сафҡа индереү;
– контроль (күҙәтеү) өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү;
– һөҙөмтәлелекте баһалауҙың яңы системаһын сафҡа индереү;
– контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген автоматлаштырыу;
– федераль башҡарма власть органдарының төбәк органдары эшмәкәрлегенең дәүләт контролен (күҙәтеүен) алып барыуға, Рәсәй Федерацияһы төбәгендә инвестиция климаты торошона вәкәләтле эшмәкәрлегенең йоғонтололоғон баһалау.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты маҡсатлы моделде сафҡа индереү менән шөғөлләнә.