Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2020, 17:00

Хоҡуҡтарыбыҙҙы беләбеҙме?

18-20 сентябрҙә Өфөлә “Хоҡуҡтар ҡалаһы” халыҡ-ара фестивале үткәрелә.

18-20 сентябрҙә Өфөлә “Хоҡуҡтар ҡалаһы” кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ башланғыстары фестивале үткәрелә.
Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй, сит ил белгестәре кеше һәм граждан хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ.
Фестиваль барышында хоҡуҡ һаҡлау йәһәтенән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса белем биреү лекциялары, тренингтар, оҫталыҡ кластары, семинарҙар ойоштороласаҡ, документаль фильмдар күрһәтеләсәк. Сарала ҡатнашыусылар төбәктәге иң яҡшы тәжрибәләр менән танышасаҡ.
Был көндәрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше буйынса совет ағзалары тарафынан граждандарға юридик ярҙам күрһәтеләсәк.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫеше буйынса совет, ПУАР ассоциацияһы, Кеше хоҡуҡтары йорто – Воронеж. Сара Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше фонды гранты иҫәбенә үткәрелә.
Фото: drive2.ru
Читайте нас