Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан бүлексәһенең төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышын үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар 13 сентябрҙә булған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм урындағы үҙидара органдары депутаттарын һайлау кампанияһына йомғаҡ яһаны.
– Һәр ҡайһығыҙға эшегеҙгә һөнәри мөнәсәбәт өсөн рәхмәт. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса башланғысын хуплау, шулай уҡ күптән түгел төбәк һәм муниципаль һайлауҙа яҡшы, таҙа һөҙөмтәләр менән уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров партиялаштарына. – Беҙ киләсәктәге эшебеҙ өсөн ныҡлы нигеҙ һалдыҡ. Ошо тәжрибә киләһе һайлау кампаниялары өсөн файҙалы булһын.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, партияның төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев 13 сентябрҙәге һайлау тураһында ентекле һөйләне. Мәғлүм булыуыса, унда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси тотороҡлолоҡ күрһәтте.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” коронавирус сиренә ҡаршы көрәш осоронда ла һөҙөмтәле эшләне. Ирекмәндәр “Хәстәрлек карта”һы партия проектына ярашлы мохтаждарға ярҙам күрһәтте.
Баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса фекер алышыуҙың нисек барыуы тураһында хәбәр итте. Әле эксперт комиссияһы ҡала халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә индергән өлөшөн сағылдырасаҡ иҫтәлекле билдәне ҡуйыу урынын билдәләй.
Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы әүҙемселәргә республиканың дәүләт наградаларын, шулай уҡ COVID-госпиталдәрҙә эшләп, ошо сирҙе үткәргән медицина белгестәренә республика шифаханаларында ял итеүгә ике сертификат тапшырҙы.
– 2020 йыл сәйәси өлгөргәнлеккә ысын һынау булды, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең партия был һынауҙарҙы берҙәм һәм ойошҡан рәүештә үтте. Алда яңы һайлау көтөлә. Конкурентлы көрәш киҫкенләшәсәк, шуға күрә беҙгә тағы ла көслөрәк һәм тәжрибәлерәк булырға кәрәк.