Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Business FM Уфа” радиоканалына интервью бирҙе. Унда ҡаралған темалар һуңғы айҙарҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналды. Ул да булһа – Ҡуштау, “БСК”, хосусилаштырыу, транспорт реформаһы, ҡаланы төҙөкләндереү һ.б. Ошо һәм башҡа темалар буйынса Радий Фәрит улы менән “Business FM Мәскәү” мөхәррире Илья Копелевич һөйләште.
Интервьюның ҙур өлөшө “БСК”ға арналды.
– 2007 - 2013 йылдарҙа республика компанияһының ҡапыл икенсе ҡулдарға күскәне беҙҙе борсой. “Ни өсөн был мәсьәләне әле тикшерә башланығыҙ?” - тип һорай минән күптәр. Шуны әйтәм, беҙ уны быйыл яҙ башында уҡ өйрәнергә тотонғайныҡ. Бындай хәрәкәттәрҙе, эшмәкәрлекте йыш ҡына "милләтләштереү" тип атайҙар. Мин был һүҙҙе яратмайым, беҙҙең Хөкүмәттең үҫеш идеологияһы инвестициялар йәлеп итеүҙә бит. Ә “БСК”ға бәйле шуны күрәбеҙ: акцияларҙы ла юғалттыҡ, аҡса ла алманыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Шуға күрә республика юғалтҡанын кире ҡайтармаҡсы. Артабан ошо сәбәпле юғалтылғанды ҡапларға ла тейештәр тигән фекерҙә Радий Хәбиров.
– Беҙ сумманы атаныҡ: 35 миллиард һум тирәһе. Был яҡынса. Уның 10 миллиард һум да, 60 миллиард һум да булыуы бар. Беҙ компания эшмәкәрлегенән дивиденттар алып бөтмәнек, ул 62 процент булырға тейеш ине, ә 38 түгел. Аудит кәрәк һәм суд тикшереүенән яуаптар алырға тейешбеҙ. Артабан иһә бының артында торған вәкәләтле кешеләр яуап тоторға тейеш. Уның өсөн иһә енәйәт эше ҡуҙғатыу кәрәк буласаҡ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республика компанияны үҙенә тулыһынса ҡайтарырға уйламай. Беҙгә ни бары элекке пакет күләме – 62 процент кәрәк. “Дәүләт идара итеүҙә ҡатнашырға тейеш”, – ти республика Башлығы.
Бынан тыш, һөйләшеүҙә башҡа темалар ҙа ҡаралды. Радий Хәбиров Өфөнөң яңы Ағиҙел яры буйы тураһында фекерен белдерҙе.
– Ул баш ҡала өсөн генә түгел, ә дөйөм республика кимәлендә мөһим проект. Яр буйына ресторандар ҡуйып сығыу ғына етмәй. Мәҫәлән, боҙ ҡаптары, башҡа спорт, күңел асыу майҙансыҡтары булдырырға кәрәк. Ғөмүмән, унда бизнес өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Был проектты үҙем алып барасаҡмын, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы һуңғы аҙнала шаулаған мәсьәләне - Өфөнөң Шота Руставели урамындағы проблеманы ла телгә алды. Был йәһәттән ул республикала аныҡ ҡалалар төҙөү ҡағиҙәләрен булдырыу мөһим тип билдәләне.
– Унда нимә ярай, ә нимәнең юҡлығы асыҡ яҙылырға тейеш. Йорттан 10 метр алыҫлыҡта 34 ҡатлығы төҙөлә башлауы мөмкин түгел, – тине республика Башлығы.