Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентябрь 2020, 13:50

Премьер-министр фекерҙәре менән уртаҡлашты

Андрей Назаров республиканы алға ебәреү, халыҡ тағы ла яҡшыраҡ йәшәһен өсөн нимәләр тәҡдим итә?

"Ошо көндәрҙә журналистар менән күп аралаштым. Көн ҡаҙағына һуҡҡан һорауҙары өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Яуап тотоусы өсөн – тос һорау ярҙам ғына ул. Үҙ фекерҙәреңде бер епкә теҙеп, дөрөҫ итеп еткереү ҙә мөһим. Был тәү сиратта үҙең өсөн кәрәк. Шулай итеп, журналистар менән аралашыуҙан үҙемә ҙур файҙа алдым. Төнө буйы был һөйләшеүҙе яңынан башта әйләндереп, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы рәсми сығышыма ябай фекерҙәремде лә өҫтәгем килде". Был ошо көндәрҙә генә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнгән Андрей Назаровтың фекерҙәре. Улар менән чиновник "Фейсбук" социаль селтәрендәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
"Үҙемдең төп маҡсатым итеп республика һәм урындағы властың эш һөҙөмтәһен арттырыуҙы күрәм. Хөкүмәттә һәм власть структураларында тәртип булдырырға кәрәк. Министрҙар кабинетының эшен ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ һәм аныҡ итеп атҡарырлыҡ итеп ойошторорға кәрәк. Бының өсөн беҙ һөҙөмтәгә эшләгән команда төҙөргә бурыслыбыҙ. Хөкүмәт ағзалары әҙерәк буласаҡ һәм осһоҙораҡҡа төшәсәк, әммә заманса технологияларҙы ҡулланыу арҡаһында ул һөҙөмтәлерәк эшләйәсәк. Был хаҡта Радий Фәрит улы ла, мин дә бер нисә тапҡыр әйткәнем булды. Бөгөн Хөкүмәт көндәлек эштәргә күмелгән. Әлбиттә, улар күп. Айырыуса ошо пандемия осоронда. Һөҙөмтәлә Хөкүмәттә эшләгән ҡайһы бер чиновниктар төп маҡсаттар тураһында онота, улар көнүҙәклелеген юғалта. Беҙ көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеп кенә эшләргә тейеш түгел, алға атларға, стратегик мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тейеш. Хатта кризис ваҡытында ла был хаҡта оноторға ярамай.
Был маҡсаттарға өлгәшер өсөн эске резервтарҙың барыһын да ҡулланырға кәрәк буласаҡ. Улар бар, мин уларҙы күрәм. Административ аппаратты көйләү уларҙы бер көс итеп тупларға ярҙам итәсәк.
Үҙемдең тағы бер ҡәтғи талабымды әйтеп үткем килә. Һүҙ ҡануниәт буйынса эшләү тураһында. Закон боҙола икән, һөҙөмтәлелек тураһында оноторға була. Закон – ул дәүләтселекте тотоп торған нигеҙ. Был нигеҙҙе ҡаҡшатырға ярамай.
Бынан тыш, беҙ үҙебеҙгә гел генә бер һорауҙы бирергә тейеш: “Быларҙың барыһы ла нимәгә кәрәк?” Беҙҙең төп ике бурыс бар.
Тәүгеһе – беҙҙең төбәк бизнес өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙгә әйләнергә тейеш. Был маҡсатты республика Башлығы минең тәүге эш көнөмдә уҡ ҡуйҙы. Был аңлашыла. Бары тик хәүефһеҙлекте тойоп ҡына эшҡыуарҙар республикаға инвестициялар килтерәсәк. Беҙ был йүнәлештә эшләйбеҙ. Бөгөн 1,2 триллион һумлыҡ меңдән ашыу инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Милли рейтингта бер йыл эсендә ете баҫҡысҡа күтәрелдек – 16-сы урындан туғыҙынсыға мендек.
Икенсе маҡсат – иҡтисади үҫеш. Беҙгә халыҡтың йәшәү шарттарын уңайлы итергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы рәсми сығышымда әйткәйнем инде: дауаханалар төҙөү, мәктәптәр асыу, спорт объекттарын сафҡа индереү һәм башҡаһы. Быларҙың барыһы өсөн дә ҡаҙнанан аҡса кәрәк. Был аҡсаны һаулыҡ һаҡлауға ла, мәғарифҡа ла, төҙөкләндереүгә лә, социаль программаларҙы финанслауға ла йүнәлтәбеҙ. Быларҙың барыһына ла бары тик иҡтисад үҫешкән ваҡытта ғына өлгәшергә була. Быры тик үҫешкән иҡтисад ҡына яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡтарын үҫтереүгә нигеҙ буласаҡ.
Күреп тораһығыҙ, беҙҙең алда тормошҡа ашырылмаҫтай маҡсаттар ҡуйылмаған. Башҡалар менән сағыштырғанда, һөҙөмтәлерәк итеп эшҡыуарҙар менән эшләргә кәрәк. Был эштең һөҙөмтәһе халыҡтың йәшәү шарттарында ыңғай сағылыш табырға тейеш. Халыҡ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ йәшәргә тейеш. Әллә нимәһе лә юҡ кеүек. Уйлана башлаһаң, ниңә был маҡсаттарға быға тиклем өлгәшә алманыҡ икән? Беҙ булмаһаҡ, кем яҡшыраҡ йәшәргә тейеш һуң? Башҡортостанда ресурстар әҙме ни? Юҡ, тәбиғәт байлыҡтары етерлек – беҙ илдәге иң бай республикаларҙың береһе. Географик шарттарға килгәндә лә иң уңайлы ерҙә урынлашҡанбыҙ. Беҙҙә кешеләр аҡылға һай йә ялҡаумы? Юҡ, беҙҙә ҙур ғилми үҙәктәр эшләй. Кешеләрҙең эшһөйәрлеге тураһында әйтеп тә тормайым. Беҙҙә халыҡ эшсән.
Һорауҙы тағы бер ҡабатлағым килә: “Башҡортостан халҡы уңайлы йәшәү шарттарына лайыҡ түгелме ни?..”
Хөкүмәттең маҡсаты – халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм лайыҡлы тормош ойоштороу. Әлбиттә, короновирус һәм уға бәйле иҡтисади көрсөк беҙҙең тормошта күпте үҙгәртте. Әммә быларҙың барыһы ла стратегик маҡсаттарҙың үҙгәреүенә килтерергә тейеш түгел. Кризис артта ҡалыу менән беҙ алға ҡуйылған маҡсаттарға бер нисә аҙымда барып етергә бурыслы.
Фекерҙәремде аҙағына тиклем уҡыған һәр кемгә рәхмәтлемен. Оҙонораҡ килеп сыҡты, әллә ни яңылыҡ та әйтә алманым шикелле, әммә ябай тел менән үҙемдең ҡараштарымды һәм бурыстарымды аңлаттым", - тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас