Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентябрь 2020, 14:30

Тыштан ябай ғына күренгән гаражда...

Башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр ҡылынған...

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ республика” активистары граждандарҙың ялыуҙары буйынса гараждарҙағы металл һыныҡтарын ҡабул итеү пунктын тикшергән. Өфөнөң Октябрь районында йәшәүселәр унда суррогат һатылыуы хаҡында хәбәр иткән.
Рейд барышында бында акция маркалары булмаған контрафакт тәмәке һатылыуы асыҡланған. Проект әүҙемселәре полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырған.
“Был гараж эргәһендә аныҡ йәшәү урыны булмағандар һәм тәртипһеҙ тормош алып барғандар даими йыйыла торғайны. Улар эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙең тыныслығын боҙа ине һәм сүп-сар урыны барлыҡҡа килтергәйне”, – тип белдергән “Хәүефһеҙ республика” проекты координаторы Антон Буфетов.
Был урында контрафакт продукцияны һатыу тураһында протоколдар төҙөлгән, ҡара металл менән мөғәмәлә итеү ҡағиҙәләренең боҙолоуы һәм законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү осраҡтары асыҡланған. Һөҙөмтәлә контрафакт тәмәке һәм ярты тонна тирәһе металл тартып алынған. Закон талаптарын теүәл үтәмәү яҡшыға килтермәй шул...
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас