Өфөлә Башҡортостандың элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдус Мамаев өҫтөнән суд эше башланды.
Республика прокуратураһы әүәлге чиновник асыҡланмаған сығанаҡтан килгән аҡсаға һатып алған Өфөләге ике фатирҙы, Алушталағы ике ер участкаһын, 1,5 миллиондан ашыу АҠШ долларын суд аша дәүләт килеменә ҡайтарыуҙы талап итә. Өфө район судында 23 сентябрҙә үтергә тейешле тыңлауҙарға Мамаев килмәгән. Киләһе ултырышты ноябргә күсергәндәр.
Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, әүәлге чиновник 113,6 миллион һумлыҡ АҠШ доллары һатып алған. Бынан тыш, Ҡырымдағы ер участкалары, Өфөләге фатирҙар, торлаҡҡа ҡарамаған биналар һәм 500 квадрат метрлыҡ йорт дәүләт хеҙмәткәренең, уның туғандарының һәм аффилирланған берәмектәрҙең милкендә булған. Илдус Мамаев мөлкәткә лә, аҡсаға ла законлы юл менән эйә булыуын аңлата алмаған. Тикшереү барған осорҙа ул бер нисә көн эсендә күп миллионлы мал-мөлкәтен бүтән кешеләр исеменә күсергән. Шул уҡ ваҡытта был кешеләрҙең дә был тиклем милекте һатып алыу мөмкинлеге булмаған.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү барышында чиновник үҙ теләге менән вәкәләттәренән баш тартҡан. Мөлкәткә арест һалынған, уға бәйле килешеүҙәрҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу тураһында судҡа ғариза яҙылған.