Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәре шулдыр инде. Ишембай ҡалаһында йәшәгән ир мутлашыусылар ауына эләгә, был хәлдә үҙенең дә ғәйебе бар.
51 йәшлек ир ситкә йөрөргә яратҡан. Ул социаль яҡтан яуапһыҙлығы түбән булған еңел холоҡло ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәте менән файҙаланған һәм яҡындары белмәһен өсөн күңел асырға Салауатҡа йөрөгән.
Сираттағы сәйәхәткә йыйынғанда ул социаль селтәрҙән ҡыҙҙар һайлай. Күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата. “Диспетчер” осрашыуҙы ойоштороу урынын автовокзалда тәғәйенләй.
Ир көнө буйы Салауат ҡалаһында көтә, көнө буйы мутлашыусылар картаһына аҡса күсерә. Тәүҙә уға шылтыратып, аванс күсерергә ҡушалар, һуңынан тейешле сумманы дөрөҫ күсермәгәнһең тиҙәр... Шулай итеп ул ир төрлө телефондарға аҡса күсереп, теләгенә өлгәшә алмайынса ҡайтып китә.
Ваҡиға бының менән генә тамамланмай, ул, күсерелгән аҡсаһын кире ҡайтарыуға өмөтләнеп, ике көн дауамында аҡса күсереүен дауам итә. Тик йөрөмтәл ир аҡсаһын башҡаса күрә алмай.
– Дөйөм алғанда, ғариза биргән ир билдәһеҙ кешеләргә 64 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергән. Мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, әле тикшереү бара, - тип белдерҙе Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтишсеһе Ксения Малышева.
Ғаилә башлығының бындай мажараларын яҡындары нисек ҡабул итеүе әлегә билдәһеҙ.